Был ауыл да “Ейәнсура районының иң төҙөк ауылы” бәйгеһендә ҡатнашты. Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе башлығы Фидан Йәркәев ихлас йүгереп йөрөһә лә, ауыл халҡы бик ҡыбырламаған да. Ауылдың хәл-торошо ошо хаҡта һөйләй. Урамдары ла, боронғо, бөтөп барған урыҫ ауылдарын хәтерләтә. Шулай ҙа, яңы һулыш һиҙелә! Иҙелбәктә реаль эштәр нигеҙендә төҙөлгән яңы парк, әлбиттә, КӨНЛӘШЕРЛЕК!!! Спорт һөйөүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған, тирә-яғы матурлап, заманса талаптарға яраҡлаштырып кәртәләп алынған, паркҡа тулыһынса яҡтылыҡ үткәрелгән. Ҡала парктары ситтә торһон!