Тиҙҙән күркәм байрам – Әсәйҙәр көнө билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан байрам ҡотлауҙарына акция иғлан итәбеҙ: ҙур булмаған ҡотлау һәм фотоһүрәт – бары 200 һум!
Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә ҡәҙерлеләрегеҙгә беҙҙең гәзит аша ихлас һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ысын байрам бүләк итегеҙ! Әйткәндәй, гәзиткә бирелгән ҡотлауҙар төркөмдә бушлай баҫыла.
Ҡотлауҙар 25 ноябргә тиклем төркөмдә йәки редакцияның реклама бүлегендә ҡабул ителә. Ашығығыҙ!