Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Ноябрь 2020, 11:00

Бай тарихлы беҙҙең музейҙар

Башҡорт Үргене мәктәбендә күп йылдар дауамында мәктәп музейы эшләп килә. Уны бай йөкмәткеле итеп йыһазландырылыуында ветеран уҡытыусыларҙың хеҙмәте ҙур. Күп йылдар дауамында мәктәп сығарылыусылары тарафынан үҙҙәре тураһында бай йөкмәткеле альбомдар эшләп ҡалдырыла. Ауылдан боронғо тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйыла. Документтар, фотолар бихисап. Шуныһы үкенесле, һуңғы йылдарҙа мәктәптең сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре тураһында иҫтәлекле фото альбом ҡалдырмай. Матур традиция өҙөлөп, юҡҡа сыҡҡан)))

  • Башҡорт Үргене мәктәбендә күп йылдар дауамында мәктәп музейы эшләп килә. Уны бай йөкмәткеле итеп йыһазландырылыуында ветеран уҡытыусыларҙың хеҙмәте ҙур. Күп йылдар дауамында мәктәп сығарылыусылары тарафынан үҙҙәре тураһында бай йөкмәткеле альбомдар эшләп ҡалдырыла. Ауылдан боронғо тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйыла. Документтар, фотолар бихисап. Шуныһы үкенесле, һуңғы йылдарҙа мәктәптең сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре тураһында иҫтәлекле фото альбом ҡалдырмай. Матур традиция өҙөлөп, юҡҡа сыҡҡан)))

  • Кешелектең алға этәргес көсө, рухи аҙыҡ сығанағы – уның үткәне, йәмғиәтенең, иленең, халҡының тарихы, арҙаҡлы шәхестәренең фәһемле тормошо. Ошо баһалап бөткөһөҙ рухи байлыҡты туплау йәһәтенән музейҙар үҙенсәлекле урын биләй. Улар – ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы, башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған, ҡабатланмаҫ мәғлүмәттәрҙе һаҡлаған, киләсәк менән үткәнде тоташтырыусы күпер, изге урын ул.
    Читайте нас: