– Үтеп барған йылдың ун айында беҙҙең районда 170 бала яҡты донъяға ауаз һалды. Йыл башында сабыйҙарына ят исем – Радий тип ҡушыусылар күп кенә булһа, әле күберәк традицион исемдәрҙе ҡушалар. 311 кеше вафат булды.
Ҡыуаныс, ун ай эсендә 82 ғаилә никахтарын законлаштырҙы, үкенескә күрә, 65 ғаилә, теге йә был сәбәптәр арҡаһында, айырылышты.
Беҙ ике йыл дауамында ЗАГС-тың Берҙәм дәүләт реестерына документтар теркәнек, 2021 йылдан был хеҙмәт менән файҙалана башларға була. Был нисек эшләй? Мәҫәлән, кеше беҙҙең Ейәнсура районында тыуып, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй икән, ти. Ул Мәскәүҙең теләһә ҡайһы ЗАГС-ына барып үҙенә кәрәкле документты юллай ала. Башҡалала ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының теләһә ҡайһы төбәге ЗАГС-ында был эште башҡарып була, районға ҡайтып йөрөү кәрәкмәйәсәк.