Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ноябрь 2020, 22:00

Оҙон ҡыш бауырына етер

“Тәбиғәттең насар миҙгеле юҡ” тиһәләр ҙә, быйылғы көҙ үҙенең матур килеүе менән бигерәк тә ҡыуандырҙы. Көндәр ҡояшлы, йылы торҙо. Халыҡ та яйлап баҡсаһында эшләй алды, дөрөҫөн әйткәндә, эшләнмәгән эш ҡалманы, оҙайлы ямғырҙар булмауы ла беҙҙең иҫәпкә булды.Фәһимә Әсәҙуллина, Иҙәш ауылы:- Аллаға шөкөр, һауа торошо ла һәйбәт булды. Тәбиғәттең үҙгәреүеме, быйыл ҡоштарҙың йылы яҡҡа киткәнен күрмәнем. Балан уңды быйыл, ҡыш буйына етерлек алдыҡ – 25 бәйләм бәйләнек. Ҡош-ҡорттарҙы һуйып, туңдырғысҡа тултырҙыҡ, балаларға бүлеп бирҙек. Һуғымға йылҡы һуйырға уйлайбыҙ, балаларҙы ла өлөшһөҙ ҡалдырмаҫбыҙ.Тулы мәҡәлә сайтта.

“Тәбиғәттең насар миҙгеле юҡ” тиһәләр ҙә, быйылғы көҙ үҙенең матур килеүе менән бигерәк тә ҡыуандырҙы. Көндәр ҡояшлы, йылы торҙо. Халыҡ та яйлап баҡсаһында эшләй алды, дөрөҫөн әйткәндә, эшләнмәгән эш ҡалманы, оҙайлы ямғырҙар булмауы ла беҙҙең иҫәпкә булды.
Фәһимә Әсәҙуллина, Иҙәш ауылы:
- Аллаға шөкөр, һауа торошо ла һәйбәт булды. Тәбиғәттең үҙгәреүеме, быйыл ҡоштарҙың йылы яҡҡа киткәнен күрмәнем. Балан уңды быйыл, ҡыш буйына етерлек алдыҡ – 25 бәйләм бәйләнек. Ҡош-ҡорттарҙы һуйып, туңдырғысҡа тултырҙыҡ, балаларға бүлеп бирҙек. Һуғымға йылҡы һуйырға уйлайбыҙ, балаларҙы ла өлөшһөҙ ҡалдырмаҫбыҙ.
Эльвира Хәмиҙуллина, Үрге Муйнаҡ:
-Быйылғы көҙ бигерәк тә оҡшай, көн торошо шул тиклем матур, тик бынау ауырыуы ғына аҙыраҡ эсте бошора. Ҡош-ҡорттарҙы һуйып алдыҡ, Аллаға шөкөр. Баҙ төрлө салаттар, төрлө ҡайнатмалар, компот менән тулып тора. Инде һуғым һуя торғаны ҡалды. Ғәҙәттә, һуғымды ноябрь аҙаҡтарында һуйып алабыҙ.
Ләйсән Йосопова, Яңы Себенле ауылы:
-Ҡаҙ һуйып бөттөк. Хәҙер ни туңдырғыс булғас, ит кәрәкһә – тотабыҙ ҙа һуябыҙ. Йәй ни ҙә, ҡыш ни, тигәндәй. Быйылғы көҙ минең өсөн бик шомло. Ит ҡайғыһы бөтөнләй юҡ, иҫән генә ҡотолайыҡ ауырыуҙан, тип йәшәп ятыш.
Сәүиә Ишкинина, Иҫәнғол ауылы:
-Дөйөм алғанда, Аллаға шөкөр тип әйтәм, быйылғы көҙ ҡыуандырҙы. Тик вирус ҡына күңелгә көҙөк булып тора. Ә былай бик һәйбәт: баҙ тулы ризыҡ, баҡса мул уңыш бирҙе. Мин эшләй барҙым, төшөрә барҙым баҙға. Ҡаҙҙар, бройлерҙарҙы һуйып туңдырғысҡа һалып ҡуйҙыҡ, ҙур һуғым ҡалды инде һуя торған. Эремсек, май ҙа йыйҙым. Инде иҫәнлек-һаулыҡ менән үҙебеҙгә, балалар, туғандар менән ашарға яҙһын тигән теләктәмен, донъялар имен булһын!
Ләйсән Мусина, Байыш ауылы:
-Иң ялҡау кешегә лә тип, быйыл көҙ матур торҙо, хәҙер ҡыш менән яҙ алыша. Беҙ күп итеп ҡош-ҡорт алғайныҡ, хәҙергә мәж килеп көн һайын шуның менән, һуябыҙ, йолҡабыҙ, урынлаштырабыҙ. Һуғымды саҡ ҡына ҡар яуып бер аҙна торғас тип уйлайбыҙ. Минеңсә, ҡош-ҡорт киҙеүе менән коронавирус булмаһа, бөтәһе лә һәйбәт булыр ине.
Земфира Ҡәҙербәкова, Ярғайыш ауылы:
-Аллаһы тәғәлә биргән һәр көнгә, һәр миҙгелгә ризамын, көҙ миҙгеле лә оҡшай. Ҡош-ҡорт эшкәртелеп һыуытҡысҡа инеп ятты, һуғымға иртәрәк әле. Ҡар бөгөндән яуһа ла әҙербеҙ!
Бына шулай, ҡыш бауырына етерлек ризыҡ әҙерләргә булышлыҡ иткән көҙ, иң мөһиме аҫыралған ҡош-ҡортто, һимертелгән һуғымды юғалтыуһыҙ ашарға яҙһын!
Читайте нас: