Районыбыҙ мәктәптәрендә оҙаҡ йылдар балаларға физик тәрбиә биргән ветеран-уҡытыусылар байтаҡ. Улар үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеген нығытыу менән бер рәттән, мәктәбенең, районыбыҙҙың данын республика кимәлендә яҡлауға күп көс һалғандар. Шундай уҡытыусыларҙың береһе Әбүбәкиров Эдуард Яҡуп улы Күгәрсен ауылында ғүмер көҙөн кисерә.
Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Ул 1935 йылда Яңы Себенле ауылында тыуған. 1940 йылда уларҙың ғаиләһе, совхоздың үҙәк усадьбаһына – Инәк ауылына күсенеп килә. Әтейе совхозда баш бухгалтер, әнейе быҙау ҡараусы булып эшләй. 1941 йылда Эдуард ошо ауылдың башланғыс класына уҡырға бара. Декабрь айында ғаилә башлығын хеҙмәт армияһына алалалар – ул 1946 йылға тиклем Орск ҡалаһындағы Хәлил комбинатын төҙөүҙә ҡатнаша.
– Етенсе класты тамамлағас, Ырымбур ауыл хужалығы техникумына уҡырға барҙым, әммә конкурстан үтә алманым. Уҡыу йортоноң стадионында йүгереп йөрөгәндә, Ырымбур физик культура техникумына уҡыусылар йыябыҙ, тигән белдереүҙе күреп ҡалдыҡ та, документтарыбыҙҙы шунда тапшырҙыҡ, – тип хәтирәләргә бирелде Эдуард ағай. Бына шулай итеп егет физик культура уҡытыусыһы булып китә.