Эш барышы:
Тауыҡ итен тоҙ, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы һалып бешерергә. Бының өсөн ярты сәғәт етәсәк. Ошо ваҡытта һөт, йомортҡа, он, ҡамыр йомшартҡысты ҡушып ныҡ итеп туҡырға.
Тоҙ һәм тәмләткестәр һалығыҙ. Масса магазин ҡаймағы һымаҡ килеп сыға. Эре ҡырғыстан сырҙы үткәреп, яртыһын массаға ҡушып ебәрегеҙ.
Тауыҡ итен ваҡ ҡына итеп турап (ҡырғыс йә ит турағыс аша эшләп була), ҡамырға ҡушырға. Формаға һалып тигеҙләргә, ҡалған сырҙы өҫтөнә һалырға.
200 градустағы духовкала 35-40 минут бешә.
Ябай ҙа, еңел дә, тәмле лә!