Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Ноябрь 2020, 19:00

Башҡорт теленә арналған видоролик төшөрөп, “Apple iPhone 11” от!

Еңеүселәрҙе башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҙә көтә! Эштәрҙе 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға мөмкин.

Башҡорт теленә арналған видоролик төшөрөп, “Apple iPhone 11” от!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм Мәҙәниәт министрлығы “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы иғлан итә.
Яңы конкурс социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүҙе, башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, йәғни йәш сикләүҙәре юҡ.
Видеороликтар 15–60 секундлыҡ, AVCHD, AVI, MOV, MPEG-2, MPEG-4 форматында горизонталь рәүештә төшөрөлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ярашлылыҡ яҡтары 16:9 өсөн рөхсәт ителгән иң түбән күләм 1280 х 720, 4:3 яҡлы өсөн – 640 х 480. Текстар һәм тауыш оҙатыуы башҡорт телендә булырға, әгәр русса булһа, башҡорт телендәге субтитрҙар менән оҙатылырға тейеш. Роликтың башында йәки аҙағында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының логотибын ҡулланыу мотлаҡ.
Социаль видеороликтарҙың авторҙары авторлыҡ тураһында мәғлүмәтте титрҙар менән күрһәтә. Реклама материалдары ҡулланыу тыйыла.
Эштәрҙе 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк.
Социаль видеороликтарҙың өлгөләре менән танышыу өсөн һылтанма: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8
Ҡатнашыусылар:
  1. [email protected] электрон почта адресына ғариза һәм конкурс эшен күсереп алыу өсөн һылтанма ебәрергә тейеш (һылтанманың 2020 йылдың 15 декабренә тиклем күсереп алыу өсөн асыҡ булыуы шарт);
  2. Хаттың темаһын “Конкурсҡа эш (“Работа на конкурс”) тип күрһәтергә һәм үҙ фамилияңды яҙырға, мәҫәлән: Конкурсҡа эш, Садыҡов А.
  3. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды конкурс эшен социаль селтәргә ҡуйғандан һуң ғына видеоматериалды үҙеңдең “Бәйләнештә” йәки “Инстаграм” селтәрендәге сәхифәңә ҡуйырға рөхсәт ителә.
    Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә! Беренсе урын өсөн – Apple iPhone 11, икенсе урынға – ноутбук, өсөнсөгә – планшет. Бынан тыш тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор ҡаралған, ул социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк.
    Әйҙәгеҙ, башҡорт теленә яңыса ҡарашығыҙҙы сағылдырған видеояҙмалар эшләп, конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ!
    Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.
    Читайте нас: