Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Ноябрь 2020, 21:00

Сәк-сәк

Сәк-сәк бешереү:Ҡамыр өсөн:3 йомортҡа (йылы булырға тейеш),1 сәй ҡалағы — эретелгән аҡ май,2 стакан – иләнгән он,1 семтем – сода,300 гр. – бал.сироп өсөн:100гр. — шәкәр ҡомо,60 гр. — бал,1 аш ҡалағы — hыу.

Йомортҡаларҙы әйбэтлэп бутап тоҙ, сода, эретелгән аҡ май кушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр: эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫәләр.
Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп 5 мм ҡалыннығында йэйегеҙ, йэймэне 5-7мм ҡалынлығында таҫмалар итеп киҫегеҙ. Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалыннығына тиклем ҡул менән тәгәрләтегеҙ. Эҙерәк кипкәндән hуң ( 5 минут тирәhе) вак ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа сильпәк менән бешерегеҙ hалам төҫөнә hэтле. Бешергәндә болғатып торорға кәрәк, сәк-сәктен бөтә яҡтары бер төҫөндә бешhен тип, бешкәндән hуң ҡайнап торған майҙан алып дуршлагка hалығыҙ, артыҡ майы ағып төшhөн. Сироп әҙерәу: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас, айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып сәк-сәкте формаларға китерегеҙ. Сәк-сәкте йөҙөм менән биҙәгеҙ.
Читайте нас: