Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Ноябрь 2020, 21:00

Замана ризығы - шаурма

Балалар яратҡан был ризыҡты өйҙә әҙҫрләп ҡарайыҡ әле!Кәрәк була:Тауыҡтың түш ите, йә иһә икенсе төр ит.Кәбеҫтә - 1/2Ҡыяр - 2.Помидор - 1.Болғар боросо - 1/2.Йәшел һуған, укроп - 30 г.Ҡаймаҡ - 6 аш ҡалағы.Һарымһаҡ - 1/2 теш.Тоҙ самалап.Кетчуп - 4 аш ҡалағы.Ләүәш - 3 дана.Әҙерләү:Итте ыуаҡ итеп турап алтын төҫкә ингәнсе көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Тоҙ һәм борос ҡушабыҙ. Кәбеҫтәне , ҡыярҙы, помидорҙы, болғар боросон ваҡлап турайбыҙ.Бешеп сыҡҡан итте һыуытып турайбыҙ.Ҡаймаҡтан соус эшләйбеҙ. Бының өсөн ҡаймаҡ өҫтөнә һарымһаҡ һығабыҙ, әҙерәк тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Кетчуп һәм ҡалған ҡаймаҡты ҡушып тағы болғатабыҙ.Ләүәште тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ситенән 4 см урын ҡалдырып эслек һалабыҙ өҫтөнә. Ләүәштең уң һәм һул ҡырын бөгөп рулет итеп төрәбеҙ. Ҡыҙған табаға һалып алһаң, бигерәк тәмле килеп сыға.Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын!

Балалар яратҡан был ризыҡты өйҙә әҙҫрләп ҡарайыҡ әле!

Кәрәк була:

Тауыҡтың түш ите, йә иһә икенсе төр ит.
Кәбеҫтә - 1/2
Ҡыяр - 2.
Помидор - 1.
Болғар боросо - 1/2.
Йәшел һуған, укроп - 30 г.
Ҡаймаҡ - 6 аш ҡалағы.
Һарымһаҡ - 1/2 теш.
Тоҙ самалап.
Кетчуп - 4 аш ҡалағы.
Ләүәш - 3 дана.

Әҙерләү:

Итте ыуаҡ итеп турап алтын төҫкә ингәнсе көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Тоҙ һәм борос ҡушабыҙ. Кәбеҫтәне , ҡыярҙы, помидорҙы, болғар боросон ваҡлап турайбыҙ.Бешеп сыҡҡан итте һыуытып турайбыҙ.

Ҡаймаҡтан соус эшләйбеҙ. Бының өсөн ҡаймаҡ өҫтөнә һарымһаҡ һығабыҙ, әҙерәк тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Кетчуп һәм ҡалған ҡаймаҡты ҡушып тағы болғатабыҙ.
Ләүәште тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ситенән 4 см урын ҡалдырып эслек һалабыҙ өҫтөнә. Ләүәштең уң һәм һул ҡырын бөгөп рулет итеп төрәбеҙ. Ҡыҙған табаға һалып алһаң, бигерәк тәмле килеп сыға.

Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас: