Уның өсөн алабыҙ:
Йомортҡа - 2 шт
һөт - 500 мл.
май йәки маргарин - 125 гр.
шәкәр - 3 ст.л.
тоҙ - 1.5 ч.л.
ҡоро сүпрә (дрожжи) - 11г. (1 пачка)
Эҫе һыу - 0.5 стакан.
он - ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек (тик ҡаты итергә ярамай)
Әҙерләү:
Һөт менән һыуҙы ҡушырға. Ҡатнашма йылымыс булырға тейеш. Шәкәр менән сүпрәне өҫтәп, 15 минутҡа ҡабартырға ҡуябыҙ. Йомортҡаны, йомшартылған майҙы, тоҙҙо һалып, күперткәнсе туҡырға. Артабан он өҫтәй барып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Таҫтамал менән ҡаплап, 1,5 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға. 1 см ҡалынлығында йәйеп, рюмка менән түңәрәктәр ҡырҡырға. Пончиктар йөҙөп йөрөлөк итеп ҡойолған ҡайнар майҙа бешереп алып, артыҡ майы аҡһын өсөн салфеткаға теҙеп барабыҙ. Өҫтәлгә биргән саҡта шәкәр пудраһы һибәбеҙ.
Ауыҙҙа иреп торған, тәмлекәстәр әҙер. Тәмле булһын!