"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Ноябрь 2020, 11:00

Эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам

Эшһеҙҙәр һәм эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған граждандар һөнәри белем алыу һәм эшкә урынлашыу буйынса ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Демография” милли проектының яңыртылған редакцияһында яңы федераль проект барлыҡҡа киләсәк. “Мәшғүллеккә ярҙам” проекты “Ҡатын-ҡыҙҙарға мәшғүллектә ярҙам” проектына алмаш була. РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2021 йылдан алып эшен юғалтҡан һәр кеше милли проект тәҡдим иткән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, һөнәре буйынса эш тапмаған йә һөнәре бөтөнләй булмаған хәлдә яңынан уҡый аласаҡ.
Шулай уҡ эштән ҡалыу хәүефе янағандарға ла яңынан уҡыу мөмкинлеге була. Белем алыуҙа эш биреүсе талаптарына ҙур иғтибар бүленәсәк. Уҡығандан һуң эшһеҙҙәр эш табыуҙа ярҙам ала, ә эштән ҡалыу хәүефе янағандар яңы оҫталыҡтарға эйә булып, эш урынында ҡала. Уҡыу мәлендә граждандар эшһеҙлек буйынса пособие ла аласаҡ.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, мәшғүллек үҙәктәре эше лә яңыртыуҙарға дусар ителәсәк. Улар өсөн берҙәм мәғлүмәт платформаһы булдырыласаҡ.
“Демография” милли проекты тураһында ентекләберәк “Рәсәйҙең киләсәге” (“Будущее России”) порталында уҡырға була.
Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: