«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусылар муниципаль этапҡа йомғаҡ яһай
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсының беренсе этабы аҙағына яҡынлаша. Ул 2020 йылдың 30 ноябрендә тамамлана. 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район этабында еңгән ауылдар өсөн икенсе (республика) этабы башлана.
«Әле муниципалитеттар йомғаҡлау саралары үткәрә, республика этабына әҙерлек башланылар. Бөтә ҡатнашыусылар, ә быйыл улар −2114, конкурс положениеһына ярашлы, заявка, мәғлүмәти карта тултыра, видеояҙмалар әҙерләй. Ҡайһы бер райондарҙа йомғаҡлау саралары үтте. Мәҫәлән, Бүздәк һәм Мәсетле райондарында сара онлайн форматта уҙҙы», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты белгесе, конкурс координаторы Юлиә Мырҙабулатова.