Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Ноябрь 2020, 22:00

Ҡаҙ итен өлөштәргә бүлеү йолаһы

Эш бөткәс, өмәселәр кис ашҡа йыйыла. Ҡош итен борон етегә бүлгәндәр. Иң тәүге өлөш ҡыҙҙарға бирелә.Ҡанат итен биргәндә:– Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ! – тип теләйҙәр.Ир балаларға ботон һалалар:– Аҫыл затлы ир бул!Хужаға ҡаҙҙың башын тотторалар:– Башлы бул!Хужабикәгә түш ите, оса майын ҡунаҡтарға бирәләр (ҡайһы бер төбәктәрҙә оса майын хужабикәләр өлөш тиҙәр, йәнәһе ултыраҡ тормош көтһөн, өй усағын һаҡлаһын өсөн).

Эш бөткәс, өмәселәр кис ашҡа йыйыла. Ҡош итен борон етегә бүлгәндәр. Иң тәүге өлөш ҡыҙҙарға бирелә.
Ҡанат итен биргәндә:
– Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ! – тип теләйҙәр.
Ир балаларға ботон һалалар:
– Аҫыл затлы ир бул!

Хужаға ҡаҙҙың башын тотторалар:
– Башлы бул!
Хужабикәгә түш ите, оса майын ҡунаҡтарға бирәләр (ҡайһы бер төбәктәрҙә оса майын хужабикәләр өлөш тиҙәр, йәнәһе ултыраҡ тормош көтһөн, өй усағын һаҡлаһын өсөн).

Баҙарҙа иң баһалы иттәрҙең береһе – ҡаҙҙыҡы. Күптәр уны үҙенсәлекле тәме, туҡлыҡлылығы өсөн ярата. Был итте һурпаға өҫтәп ебәреү ҙә мәртәбә һанала. Ҡаҙ аҫрауҙың тағы бер яҡшы яғы – һуғым һуйғансы ашарға ит була, ти ололар. Туған-ырыуға, дуҫ-ишкә үҙең үҫтергән ҡош итен тотоп барыу ҙа күңелле.
Ҡаҙ ите А һәм С, айырыуса В төркөмө витаминдарына, микро һәм макроэлементтарға бай. Гел хәрәкәттә йөрөгәндәргә, йыш көсөргәнешкә дусар булғандарға бигерәк тә файҙалы ул. Ҡаҙ итенең организмдан ағыулы матдәләрҙе сығарыу һәләте лә бар. Аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән дауаланғанда ла был итте ашау һөҙөмтәле. Тик артыҡ майлы булыуы арҡаһында уны шәкәр диабеты, бауыр ауырыуҙарына дусарҙарға күп ҡулланыу тәҡдим ителмәй.
Читайте нас: