Был хаҡта Рәсәйҙең министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин хәбәр итте.
“Больничный”ҙарҙы һәм әсәлек буйынса пособиеларҙы эш биреүсе аша түгел, а тура социаль страховкалау фондынан түләй башлаясаҡтар, тип хәбәр итте илдең премьер-министры.
Мишустиндың һүҙҙәре буйынса, был ысул эш биреүсене өлөшләтә ҡағыҙ эшенән бушатасаҡ, ә түләүҙәр хужаһына тиҙерәк барып етәсәк.
- Шуға күрә был практиканы 2022 йылдан алып бөтә илдә таратасаҡбыҙ. “Больничный”ҙар, ауырлылыҡ һәм бала табыу буйынса пособиелар автоматик рәүештә эшләнеләсәк, ғариза яҙыу кәрәкмәйәсәк, - тип белдерҙе ул.
Был пособиеларҙы билдәләү шулай уҡ электрон рәүештә эшләнеләсәк.