Бәлеш бешереү өсөн кәрәк була:
150 грамм шәкәр комы, 2 йомортҡа,
150 грамм ҡаймаҡ, 50 грамм һыйыр майы, 1аш калағы ҡырғыс аша сығарылған әфлисун ҡабығы, 2 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс.
Мандариндарҙы таҙартабыҙ. Йомортҡаға шәкәр ҡомо һалып, миксер менән яҡшылап күпертәбеҙ. Ҡаймаҡ өҫтәп, күпертеүҙе дауам итәбеҙ. Цитрус емешенең хуш еҫен көсәйтеү өсөн ҡатнашмаға әфлисун ҡабығы, ҡамыр йомшартҡыс һәм он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Табаға пергамент йәйеп, төбөн һәм ян-янын һыйыр майы менән майлайбыҙ. Ҡамырҙы табаға һалып, тигеҙләйбеҙ. Мандариндарҙы өлештәргә бүлеп, ҡамыр өҫтөнә урынлаштырабыҙ. Һыйыр майын ваҡ киҫәктәргә турап, мандарин өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә бәлеште 180 градусҡа тиклем йылытылған духовкала 30 минут бешерәбеҙ.
Төшкө сәйгә бик тәмле һый!