"Айыҡ ауыл- 2020" конкурсы сиктәрендә Малиновка мәҙәниәт йортонда "Күҙ нурҙарым - ҡорамам" исемле сара үтте. Был сараға мастер-класс үткәреү өсөн ҡорама оҫтаһы Ҡорбанова Әлфиә Энгельс ҡыҙы саҡырылды.
Мастер-класта ҡатнашҡан ҡыҙҙарға ҡорама эшләп ҡарау мөмкинсеге лә булдырылды. Һоҡландырғыс мастер-класс юғары кимәлдә үтте.
Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға ярата, ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Беҙҙең көндәрҙә кейеҙ баҫыу, сигеү, бәйләү, ҡорама ҡорау, һәм башҡа шөғөлдәр яңы һулыш кисерә. Ҡорама-башҡорт халҡының ҡул эше, ул онотолорға тейеш түгел. Ҡорама ҡорау ул ижад эше, тик күңел биреп ҡорарға кәрәк, ҡорама йортҡа ҡот биреүсе әйбер.
Буй һуҙманы йәйебеҙ,
Урындыҡтың үренә.
Инәйҙәр ҡунаҡлаһындар
Урындыҡтың түренә.
Халҡыбыҙҙың шөғөлөн,
Һис ҡасан онотмайыҡ,
Ҡорама ҡомартҡыларын
Һәр ваҡыт та һаҡлайыҡ.
-4 °С
Болотло