Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Ноябрь 2020, 16:00

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Гемоглобин түбән булһа...Гемоглобин түбән булһа, ни эшләргә? Был һорау күптәрҙе борсойҙор. Бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ:

Гемоглобин түбән булһа...
Түбәндәге ризыҡтар ярҙамға килер:
Гранат кальций, тимер, аҡһым һәм магний сығанағы булып тора. Был емеш анемия ваҡытында файҙалы. Уның һутын көнөнә өс тапҡыр, ашарға 20-30 минут ҡала ярты стакан эсәләр. Гранат һуты ашҡаҙан йәрәхәте, гастрит, панкреатит, эс кибеү ауырыуы булған кешеләр өсөн зарарлы.
Цитруслы емештәрҙе С витамины сығанағы тип кенә беләбеҙ, ә уның гемоглобинды күтәреү өсөн файҙаһы айырыуса ҙур. Цитруслы емештәрҙең ҡабығында минералдар һәм витаминдар ике тапҡыр күберәк.
Тимергә бай ризыҡтар араһына хәлүә лә инә. Был витаминдарға бай татлы ризыҡ айырыуса Иранда бик популяр. Хәлүәне ауырлы ҡатындарға ла ашарға кәңәш ителә.
Диңгеҙ кәбеҫтәһе составында ла тимер бар, ул организм тарафынан еңел үҙләштерелә. Ҡандағы гемоглобин дәрәжәһен күтәреү өсөн уны көнөнә бер нисә ҡалаҡ ашау ҙа етә. Финик емешендә лә тимер етәрлек, аны ашау да ғүмерҙе оҙайта. Уны һайлағанда ялтырап торғанына ҡыҙыҡмағыҙ, ундайҙары киптерер алдынан шәкәрле сиропта тотолған була.
Читайте нас: