Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Ноябрь 2020, 13:00

ТИК БӨГӨН, ТИК 14.00-гә ТИКЛЕМ!

Бөгөн, 30 ноябрҙә 11 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем 8-800-347-5000 психологик ярҙам телефоны буйынса өй йәберләүенән зыян күргән ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡыҙыу линия ойошторола.Шылтыратыусыларға “Ғаилә” Республика ресурс үҙәге психологтары һәм “Мөхәббәт” кризис үҙәгенең Ҡатын-ҡыҙға ярҙам бүлексәһе белгестәре яуап бирәсәк. Бөтә шылтыратыуҙар ҙа аноним һәм түләүһеҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа өйөндә ирҙәренән туҡмалып, битәрләнеп, баҫылып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бар. Күп осраҡта улар был проблеманы үҙаллы хәл итә алмай. Бөгөн шундай гүзәл заттарға ярҙам күрһәтеләсәк.
30 ноябрҙә 11 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем 8-800-347-5000 психологик ярҙам телефоны буйынса өй йәберләүенән зыян күргән ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡыҙыу линия ойошторола.
Шылтыратыусыларға “Ғаилә” Республика ресурс үҙәге психологтары һәм “Мөхәббәт” кризис үҙәгенең Ҡатын-ҡыҙға ярҙам бүлексәһе белгестәре яуап бирәсәк. Бөтә шылтыратыуҙар ҙа аноним һәм түләүһеҙ.
Әгәр һеҙҙә түбәндәге һорауҙарығыҙ бар икән, шылтыратығыҙ:
- ғаиләлә көсләүҙе иҫкәртеү;
- ғаилә эсендәге низағтар ваҡытында үҙеңде яҡлау ысулдары;
- зыян күргәндәргә реабилитацион психологик ярҙам;
- өй йәберенән зыян күргән яҡындарға нисек ярҙам итергә;
- бындай ҡатындар өсөн хоҡуҡи яҡлау.
Ярҙам һорау – оят та, ҡурҡыныс та түгел.
Ни бары шылтыратығыҙ. Һеҙҙе унда ишетәсәктәр, аңлаясаҡтар һәм ярҙам итәсәктәр.
Һеҙгә кәрәк булыуы ихтимал сайттар:
“Ғаилә” республика ресурс үҙәге

“Мөхәббәт” кризис үҙәге:
("Башҡортостан"дан).
Читайте нас: