Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Декабрь 2020, 12:00

"Аҡса эшләү өсөн яҡшы мөмкинлек"

Әбйәлилдә – биш, Көйөргәҙе, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Архангел райондарында дүртешәр объект булдырыласаҡ. Башҡаларҙа иһә...

Һуңғы ваҡытта республикала юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнде. Башҡортостанға туристар йәлеп итергә теләйбеҙ икән, тимәк, тейешле шарттар ҙа булырға тейеш. Уларҙың береһе – ошо юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү.
Был йәһәттән башҡарылған эштәр тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләне.
"Ведомство тарафынан ошо йәһәттән даими эш алып барыла. Системалылыҡ булдырыу өсөн 2024 йылға тиклем юл буйы сервисы объекттарын үҫтереү буйынса концепция эшләнде. Һөҙөмтәлә улар ике тапҡырға артырға, заман талаптарына ярашлылары ремонтланырға тейеш", – тине министр.
Эш көйләнгән һәм ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра: объекттарҙы системалаштырыу һәм генераль схема булдырыу, улар өсөн берҙәм стандарт ҡарарҙар сығарыу; дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәм административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү; сифат контроле һәм мәғлүмәтләштереү системаһын булдырыу; инвесторҙар йәлеп итеү.
Алексей Гусев белдереүенсә, юл буйы сервисы объекттарын үҫтереүҙең генераль схемаһына ярашлы, Стратегик тикшеренеүҙәр институты 89 объекттан торған исемлек төҙөгән. Уларҙың 16-һы – федераль трассаларҙа, 68-е – төбәк һәм муниципалитет-ара юлдарҙа, бишәүһе урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа урынлашҡан. Һәр береһе буйынса инвестиция паспорты булдырылған, уның эсенә 34 параметр ингән.
Бынан тыш, юлдары буйында объекттар барлыҡҡа киләсәк райондар исемлеге төҙөлгән. Мәҫәлән, Әбйәлилдә – биш, Көйөргәҙе, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Архангел райондарында дүртешәр объект булдырыласаҡ. Башҡаларҙа берҙән өскә тиклем йәки бөтөнләй юҡ.
"Инвестиция порталында юл буйы сервисы буйынса айырым бүлек булдырылды, – тине Алексей Гусев. – Унда ярҙам саралары, проект буйынса типик ҡарарҙар бар, норматив акттарҙы өйрәнергә була".
Инвесторға бушлай бизнес-план бирелә, ул һатыуҙар үткәрмәй генә ер участкаһын ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә, инженер һәм транспорт инфраструктураһы үткәреү өсөн тотонолған сығымдарҙың 50 процентына субсидияға дәғүә итә. Бының өсөн ул проектҡа кәмендә 50 миллион һум аҡса һалырға һәм кәмендә 25 яңы эш урыны булдырырға тейеш. Төньяҡ-көнсығыш, Көньяҡ Урал райондары өсөн программаға инеү 10 миллион һумға кәметелгән. Яңылыҡ менән 35 инвестор ҡыҙыҡһынған һәм, дөйөм алғанда, 50 объект төҙөү өсөн биш миллиард һум һалырға әҙерҙәр.
– Был мәсьәлә менән системалы һәм ойошҡан рәүештә шөғөлләнә башланыҡ. Республика өсөн кәрәкле, яҡшы йүнәлеш ул. Беҙҙә Европа кимәлендәге юл буйы сервисы барлыҡҡа киләсәк. Әгәр туристарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ икән, был бик мөһим. Шулай уҡ урындағы бизнес өсөн дә кәрәк – аҡса эшләү өсөн яҡшы мөмкинлек, - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: