Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Декабрь 2020, 17:00

#Башҡортостан #ЩедрыйВторник

Шишәмбелә бөтә донъялағы хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр бер платформаға йыйыла.

Шишәмбелә бөтә донъялағы хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр сираттағы тапҡыр бер платформаға йыйыла.

#ЩедрыйВторник атамаһы менән таралған был мәрхәмәтлек акцияһында ғәҙәттә 100-ҙән артыҡ илдән миллиондарса кеше мохтаждарға ярҙамға туплана. Бында сәйәси булмаған ойошмалар һәм теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Хәйриә күрһәтеүселәр үҙҙәре теләгән форматта һәм механизмдар менән аҡса йыйырға хоҡуҡлы. Тап ошо акцияла хәйриә ойошмаларына бик күп суммала аҡса күсерелә.

Быйыл “Йомарт шишәмбе” 1 декабргә тура килә. Уның саралары 24 ноябрҙә башланды һәм 8 декабргәсә үтә.
Ойоштороусыһы – «КАФ» филантропия үҫешенә булышлыҡ итеү фонды.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: