Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йомғаҡлау матбуғат конференцияһы 17 декабрҙә үтәсәк.
“Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, был юлы матбуғат конференцияһы видеоконференция режимында уҙғарыла. Президент видеоэлемтәгә үҙенең Яңы-Огарёвтағы резиденцияһынан сығыр тип планлаштырыла”, – тип хәбәр ителә.
Федераль һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Халыҡ-ара сауҙа үҙәге залында эшләйәсәк.
Төбәк киң мәғлүмәт саралары журналистары сарала үҙҙәренең Федераль округынан ҡатнашасаҡ. Бының өсөн һәр округта, Мәскәү менән бәйләнешкә инеү өсөн, махсус майҙансыҡтар ойошторола. Волга буйы федераль округы өсөн Түбәнге Новгородта ошондай майҙансыҡ ҡаралған. “Роспотребнадзор”ҙың талаптарын иҫәпкә алып, был сарала ҡатнашыусылар һаны сикләнә.
Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Бөтөн Рәсәй халыҡ фронты ирекмәндәре граждандарҙың “Мәскәү – Путинға” ҡушымтаһы ярҙамында Рәсәй Президентына бирергә теләгән һорауҙарҙы эшкәртәсәк. Был ҡушымтаны 6 декабрҙән күсереп алырға мөмкин. Уның ярҙамында ил Президентына һорау бирергә лә, шулай уҡ тура эфирҙы ла ҡарарға мөмкин.
– Быйыл сара тура эфир элементтары менән тулыландырыласаҡ. Һис шикһеҙ, һәр ваҡыттығыса, ул ыңғай сара буласаҡ, – ти Дмитрий Песков.
Журналистар өсөн аккредитация 29 ноябрҙә башлана.