"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Декабрь 2020, 18:00

Республикала «Шыршы-2020» оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана

2020 йылдың 23 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2020» оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

2020 йылдың 23 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2020» оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Әлеге көндә яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланып ҡына тора, шуға күрә урман һағы инспекторҙары урман ҡануниәтен боҙоуҙы асыҡлау маҡсатында уларҙы әҙерләү урындарын ныҡлап тикшерә, — тип билдәләне федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге етәксеһе Юнир Садиҡов. — Ошо операция барышында яңы йыл продукцияһын һатыу урындары буйлап рейдтар, шулай уҡ урман фонды ерҙәрен патрулләү ойошторола. Законһыҙ ташылған продукцияны асыҡлау маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ һәм стационар постар ҡуйылды».
Урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға – 3-4 мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20–40 мең һумға, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5000 һәм унан күберәк тәшкил итһә, законды боҙған өсөн ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға иректән мәхрүм итеү.
«Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында» законға ярашлы, һәр һатып алыусы яңы йыл продукцияһының рөхсәт менән һатылыуын раҫлаған документ талап итергә хоҡуҡлы. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу, әҙерләү һәм рөхсәтһеҙ һатыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин.
Читайте нас: