Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Декабрь 2020, 19:45

Сирлеләр ҡалала ла, ауылда ла күп

Бөгөн Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Вирус ҡосаҡлашҡанда, үбешкәндә, йүткергәндә, тир һәм төкөрөк, түшәк кәрәк-ярағы аша йоғамы?

Бөгөн - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө. Ул 1988 йылдан алып билдәләнә. Әлегә тиклем ВИЧ һәм СПИД-тан дауалау әмәле табылмаған.
...Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында был дауалап булмаған ҡот осҡос сир тураһында береһенән-береһе имәнес хәбәрҙәр ишетелә торғайны. Интернет таралмаған, телевидение сығыштары сикләнгән осорға ярашлы, ябай кешегә күренмәгән “дошмандың” хәүеф кимәлен билдәләү мөмкин дә булмағандыр, моғайын.
“Африканан килгән СПИД сире тиҙ генә йоға ла тиҙ генә кешене үлтерә икән” һыма­ғыраҡ ине улар. Әммә был күренмәгән афәт күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелек донъяһы уның алдында һаман да көсһөҙ, инфекцияны еңеү әмәле юҡ. Әлбиттә, ваҡытында тейешле дауа алғандар, табип ҡушҡан тормош рәүеше алып барғандар, иммунодефицит сире менән яғалаша-яғалаша, ғүмерен бер нисә йылға оҙайтыуы ихтимал.
ВИЧ-тан ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: һаҡланырға. Ә СПИД йоҡламай! Бер нисә йыл элек ҡурҡыныс сир, нигеҙҙә, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусыларҙың һәм наркомандарҙың өлөшөнә төшкән көмөш тип иҫәпләнһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡалып күптән урынһыҙ: ВИЧ-ҡа социаль мөхиттең барлыҡ баҫҡыстарында тороу­сылар ҙа дусар, унан тыш, сирлеләр тапҡан сабыйҙар тыуа-үҫә тора. Ә бит хәҙер мәғлүмәти ҡытлыҡ юҡ, һаҡланыу саралары бихисап, халыҡтың да был йәһәттән белем кимәле юғарыраҡ кеүек. Тик дәлилдәр икенсене һөйләй, ә ҡайһы бер белгестәр күптән саң ҡаға: илдә ВИЧ-инфекция эпидемияһы башланыу алдында, Рәсәйҙәге һәр 100-сө кеше ошо сиргә дусар! Рәсми сығанаҡтар бының менән ризалашмаһа ла, уйланырға урын бар...
Читайте нас: