Беҙҙең халыҡта өйҙө төрлө насар энергиянан, зәхмәттән һаҡлау өсөн өтәҫләү йолаһы йәшәп килгән. Уны күптәр әле лә башҡарып ала, бының өсөн башлыса артыш ботағы ҡулланыла.
Данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт йортто һәм унда йәшәүселәрҙе һәр төрлө боҙомдан, һоҡтан, йәғни күҙ тейеүҙән, тел-тештән, сир-сырхауҙан һаҡлау өсөн боланут (кипрей, иван-чай) үләнен дә ҡулланырға кәңәш иткән. Бының өсөн еләҫ урында киптерелгән артыш, мәтрүшкә һәм боланут самалап алына. Уларҙы аҙ-аҙлап ҡына, алмашлап төтәтеп, ошо төтөн менән өйҙө өтәҫләргә. Быны ишек янынан башлап, сәғәт теле буйынса йөрөп сығырға, мөйөштәрҙе аҫтан өҫкә табан өтәҫләргә кәңәш ителә. Үлән сытырлап янып киткән урындарҙы оҙағыраҡ эшкәртергә кәрәк, был – яман энергияның тупланыу урынына ишара тигән ышаныу ҙа йәшәгән.
Әйткәндәй, йортто өтәҫләү йолаһы башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла киң таралған булған. Әлбиттә, быны башҡарған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында оноторға ярамай.