– Мин һеҙҙе шатландырғым килә! – ти Гөлназ Ғәбделмәнова
– Ҡыҙым алты аҙым атлай башланы, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Люциә Булат ҡыҙы Ғәблделмәнова. – Иртән торабыҙ ҙа шөғөлләнә башлайбыҙ. Үҙе лә әрһеҙ, ныҡымыш. Бер ваҡытта ла зарланмай, ауырта тип әйткән һүҙҙәрен ишетмәҫһең. Аш-һыу бүлмәһендә минең менән бешеренергә ярата, башҡа эштәрҙе лә эшләшәм, тип талпынып тора. Шул ваҡытта берәй ерен ауырттырһа ла беҙгә лә белдертмәй, шул тиклем сабыр ҙа, шаян да, шуҡ та. Физминуттар эшләп, тәндәрҙе яҙып алғас, аяҡҡа баҫып, атлайбыҙ. Аяҡтарына ныҡлап баҫа ла тора. Әйҙә, ҡыҙым, атла, тием, ә ул атламай, йылмая. «Мин һеҙҙе шатландырғым килә», – тип үҙе лә ҡыуанып көлә. Ҡыҙыбыҙ беҙҙең бөтә кисерештәребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә яҡшы аңлай. Ул тәүге тапҡыр аяҡтарына баҫҡанында ғаиләбеҙ менән шул тиклем ныҡ ҡыуанғайныҡ. Шуға Гөлназ ҡыҙыбыҙ беҙҙе һөйөндөрөргә, бәхетле итергә әмәлен табып ҡына тора. Унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Шул тиклем шаян, телсәр, әңгәмәләре менән бөтәбеҙҙе көлдөрөп бөтә. Ҡунаҡтар, дуҫтар килһә лә барыһы ла уның янынан китмәй. Балалар ярата, берәй балалы ғаиләгә ҡунаҡҡа барһаң, айырып алып ҡайтыуы ҡыйын. Бөгөн, ул – ғаиләбеҙҙең ҡояшы, барыбыҙҙы ла, тормошҡа икенсе юҫыҡтан ҡарарға өйрәтте.
Әйткәндәй, мин баланы ваҡытынан алда таптым. Бала ла, үҙем дә бик ауыр хәлдә булдыҡ. Ҡыҙымды Өфөгә ебәрҙеләр, ә үҙемде мин теге яҡҡа барып, әйләнеп ҡайтҡан һымаҡ тоям. Бик оҙаҡ аяҡҡа баҫтым… Бала ла яҡшырҙы, бәләкәс булһа ла тиңдәштәрен ҡыуып етә, тип ышандырҙылар. Шуға бала тураһында бер ниндәй борсолоу кисермәнек, тик 7-8 айлыҡ сағында ҡапыл ғына насарая башланы. Өфөгә дауаханаға барҙыҡ, тикшереүҙәр үткәс, 10 айлыҡ булғас, Гөлназда церебраль фалиж булыуы асыҡланды. Табиптың һөйләгәндәрен аңлайым, күңелем ҡабул итмәй. Табипҡа кире боролоп инәм, ә ул, һеҙ нимә теләйһегеҙ, балағыҙ ДЦП, ти асыҡ итеп. Ул бер ваҡытта ла күрмәйәсәк, ишетмәйәсәк, ултырмаясаҡ, атламаясаҡ, тип ҡаты хөкөмөн дә сығарып ҡуйҙы. Нисек улай, тип был ҡарар менән килешмәнем. Күпме күҙ йәштәре түктем… Илап ултырып балаға бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Баланың күҙҙәре насар күрә башланы. Минең килгәнде әллә ҡайҙан таный, башҡалар килһә күңел һиҙемләүе менән, бер аҙ һағайып, танырға теләгәндәй ҡарай башланы. Иң элек ғаилә ағзалары үҙебеҙҙе ҡулға алдыҡ. Тик кенә ятмаһын өсөн шөғөлләнә, массаж яһай башланыҡ. Интернеттан нимә менән, нисек шөғөлләнергә өйрәнәм, ниндәй күнекмәләр файҙалы булыуын эҙләйем. Шулай, инвалид балалар тураһында мәғлүмәттәр эҙләгән мәлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Нур” санаторийы тураһында белеп ҡалдым. Түләүле, аҡса туплап шунда барҙыҡ. Ундағы башҡа балаларҙы күреп, Аллаға шөкөр, минеке яҡшы әле, тип үҙемде тынысландырам. Шунда саҡта Силәбе өлкәһендәге “Сакура” медицина үҙәге барлығын ишеттем. Унда ҡытай халҡы эшләй икән. Нисек булһа ла шунда эләгергә ине, ошо теләк менән яна башланым. 147000 һум аҡса кәрәк… Туғандар ярҙамы менән, фонд аша аҡса табып, унда ла барып дауаланып ҡайттыҡ. Быйыл февралдә 14-се тапҡыр барҙыҡ. Йыл да 3-әр тапҡыр бара торғайныҡ, быйыл пандемия арҡаһында бер генә бара алдыҡ. Шул үҙәккә йөрөй башлағас, Гөлназ ҡыҙыбыҙ ултыра, имгәкләй башланы. Барған һайын файҙаһы тейгәне күҙгә күренде. Шулай, сираттағы бер барғаныбыҙҙа бер ҡатын ипләп кенә мине саҡырып алды. Ҡыҙығыҙға “Ульзибат операцияһын” яһатығыҙ, тип тәҡдим итте. Үҙенең улына яһатыуҙарын, улы атлап китеүен һөйләне. Мин был хаҡта интернеттан мәғлүмәттәр эҙләй башланым һәм үткән йыл Ҡазанға Тула ҡалаһынан табиптар килеүен белдем, шылтыратып, операция эшләтеү өсөн, сиратҡа яҙылдым. Былтыр йәй тәғәйен көндө тормош иптәшем – Марсель Харис улы менән, үҙ машинабыҙҙа Ҡазанға юлландыҡ. Операция эшләттек һәм ҡайтып киттек. Был операцияны 3 йәшкә тиклем эшләтергә кәрәк булған икән. Беҙгә бер кем, бер нимә әйтмәй. Өс йәшкә тиклем эшләткәндә, уның һөҙөмтәһе була, төҙәлеүгә лә яҡшы. Шулай ҙа аяҡтары аҫҡа төштө, турайҙы, матурайҙы, һөҙөмтәлә ҡыҙыбыҙ аяҡҡа баҫты, тәүге аҙымдарын баҫып, үҙе генә лә түгел, беҙҙе лә сикһеҙ ҡыуандыра. Әле бына, сентябрь айында диңгеҙҙән ҡайттыҡ. Үткән йыл да барғайныҡ. Ноябрь айында “Рехаб” реабилитация үҙәгендә ике аҙна булдыҡ. Быларҙың барыһына ла фонд ярҙам итә. Апрелдә Калининградҡа барырға тейеш инек, иртәгә ҡуҙғалабыҙ тигән көндө юлды яптылар. Сит ил паспорттары ла эшләтеп алдыҡ, сөнки Польша аша үтергә кәрәк ине. Шулай, баламды аяҡҡа баҫтырыу өсөн ғаиләбеҙ менән тырышабыҙ. Тормош иптәшем менән иңгә-иң терәп, кәңәшләшеп эшләгәс, тәүге ваҡыттағы ҡыйын мәлдәрҙе еңеп сыҡтыҡ, ике балам һәр ваҡыт минең тәрбиәнән ситтә ҡала, йөрәгем нисек кенә һыҙлаһа ла сабыр итәм. Улар ҙа аңлап, һәр ваҡыт атайҙарына донъя көтөшөп, беҙҙең ҡайтҡанды көтөп торалар.
Люциә Булат ҡыҙы менән Марсель Харис улы Ғәбделмәновтарҙың күңелендәге иң нескә ҡылдарына ҡағылдыҡ. Ни өсөн? Сөнки, бөгөнгө көндә улар хәлендә ҡалыусылар бихисап… Бәлки, ошо яҙма кемгәлер ярҙам итер, ниндәйҙер бер сихри көс этәргес бирер. Ошондай ауыр хәлдә ҡалдығыҙ икән, иң элек үҙегеҙгә йомолмағыҙ, ниндәй генә сир булыуына ҡарамаҫтан, ҡабул итеп алығыҙ һәм шунан ғына уны хәл итергә тотоноғоҙ. Күрәһегеҙ бит, Люциә Булат ҡыҙына, балаң атламай ятасаҡ, тип хөкөм сығаралар. Тик кем нисек ҡабул итә?! Люциә Ғәбделмәнова килешмәй, уны хәл итеү яғын ҡайыра. Һөҙөмтә бар, бала үҙ көнөн үҙе күрә, кемдер килгәнен көтөп ултырмай, хатта әсәһенә ярҙамлаша, кәңәштәр бирә. Уйға батып, берәй нимә тураһында уйлана башлаһа, йәһәт кенә килеп, хәл белеп, әсәһенең күңелен күтәреп китә. “Минең һөйләшеүем дә, өҫтөмдәге кейемем дә, ҡыланыштарым да, уның һауығыуында ҙур роль уйнай. Матур итеп кейенеп, үҙемде ҡарап йөрөһәм, бала үҙен яҡшы, тыныс, шат тоя, шуға үҙ өҫтөмдә лә күп эшләргә тура килә”, – тип йылмая Люциә Булат ҡыҙы.
Был бала хаҡында мәҡәләм, Люциә Ғәбделмәнованың һөйләгәндәре күптәрҙең күҙен асыр, тормошҡа икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итер, тип уйлайым. Ауырлыҡтарға зарланып ултырырға ярамай, үҙебеҙҙе һаҡлап, ҡарап, сәләмәт булыуыбыҙға шөкөр итеп, бар нимәгә риза булып йәшәргә лә йәшәргә.
Гөлшат Имелбаева. Фотолар ғаилә архивынан.