Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Декабрь 2020, 00:00

Татар менән башҡорт. Рәшит Солтангәрәев. Аҙағы.

– Нишләп урыҫса йырлайһың ул? Татарса йырлай алмайһыңмы ни?– Кая сиңа жыр, сөйләшкәнгә дә рәхмәт әйт! Мин бит кечкенәдән Уфада үстем. Архирей жулигы!Өйҙә лә русса һөйләшәһегеҙме?– Шулай инде, минем хатын урыс ла!- Урыҫ ти?! Нисек урыҫ ҡатын?!-Соң, урыс түгел икән, маржа! Кара йөрәк нәселеннән... – Мәснәүи йылмайған булды.- Балаларың да урыҫмы? – Бер ҡатлы Ишмырҙа һамай ныҡыша бирҙе. Мәснәүиҙең түҙеме бөттө:– Ай, аптыраттың бит! Үзең әйтмешли, каңгыртма әле башымны. Маржадан тугач, урыс була инде. Уфада тор да еще! Мин әле ладно, анда татар белән татарның баласы, урыс булып туа! Ишмырҙа дуҫының кәйефен төшөндө, башҡаса ныҡышманы.

Шуға килештеләр. Ултырып ғариза яҙҙылар ҙа контролер аша колония начальнигына ебәрҙеләр. «Мөмкин булһа, ашығыс», – тип өҫтәнеләр. Начальник «подельник»тарҙы иртәгәһенә үк саҡыртты. Мәснәүи – алдан, Ишмырҙа арттан инде. Инделәр ҙә бахыр ғына ҡиәфәттә күҙҙәрен башлыҡҡа текәнеләр, һүҙҙе Мәснәүи башланы. Ысынлап та телгә оҫта икән, Ишмырҙа һоҡланып тыңлап торҙо. Үҙенә ҡалһа, эшкиндерә алмаҫ ине, яҡташы менән осрашҡанға тағы ла нығыраҡ ҡыуанды. Дурактар, һуғышып йөрөгән булдылар.
Мәснәүи һөйләне-һөйләне лә: – Гражданин начальник, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, теге ваҡыт бөтәһе лә эскелек арҡаһында, яңлыштан ғына булған. Беҙ арыу кешеләр ул, ышанырһығыҙ. Үҙегеҙгә бер ярҙамсы булырбыҙ. Ҡалдырығыҙ инде бергә, – тине. – Зинһар, мине икенсе колонияға оҙатмағыҙ. Ул тик һеҙҙән тора.
— Ну что, татарин и башкир, чтобы подружиться, надо было за решетку попасть, да? – Начальник мыҫҡыллы йылмайҙы.
— Век живи, век – учись! – тине Мәснәүи. Эй, теле лә теле! Начальник бының яуабын оҡшатты, үҙенсә мәрәкәләп өҫтәне: «Дураком помрешь, да?» Шунан етди төҫ алды: «Ладно, посмотрим», – тине. Былар сыҡтылар. Территория буйлап бер аҙ тын барҙылар.
Бик асығын әйтмәне бит әле, – тип бошондо Ишмырҙа.
Соң шуннан артыгы ни кирәк? Алдыңа жәелеп төшмәҫ инде. Началыгакның «посмотрим» дип әйтүе «эшләрмен» дигән сүзе була ул.
– Улайһа, һин тегене ашыҡтыр инде. Йыуырға кәрәк бит. Ишмырҙа алдында Мәснәүиҙең абруйы ныҡ үҫте хәҙер. Ярай осраштылар әле, бер ямандың бер яҡшыһы тигәндәре ошолор.
«Подельник»тарҙы айырманылар, китәһең тип тә, ҡалаһың тип тә әйтмәнеләр, ә былар йөрөй бирҙе. Өс-дүрт көн шыртлаңҡырап торҙолар тороуын, шунан тынысландылар. Тейер булһа, тейерҙәр ине инде. Аҙна үтте, былар бөтөнләй нығынды. Бер көн цехта Мәснәүи бының янына килде лә терһәге менән төрттө. Ишмырҙа ниҙер һиҙенеп тегеңә текәлде. Дуҫының зәңгәр күҙҙәре бесәйҙеке кеүек баҙлай.
Әллә булдымы? – тип бышылданы Ишмырҙа.
Мәснәүи төрмә робаһын һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ысҡындырҙы ла итәген күтәрҙе; эстә салбар ҡайышына ҡыҫтырыулы йәшел шешәнең һары башы алтындай йылтырай ине. Икеһе лә тын торҙо. Ишмырҙа үҙ күҙенә ышанмай тора: төрмә эсендә араҡы! Мәснәүи иптәшен аптыратыуына әллә кем. Әйләндергеләп ҡараны, шунан бөкө тирәһенән еҫкәп алды. Еҫкәне лә «ыһ!» тип ҡуйҙы. Шешә ныҡ бикләнгән булһа ла, еҫе килә бит, май сүлмәге тышынан билдәле, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
Араҡы-ы... – тине Ишмырҙа ауыҙын йырып. – Ҡайҙан алдың?
Эчеп жибәр салганын, сорама кайдан алганын... Кая бир әле! – Мәснәүи шешәне кире алды.
Ошонда ғына ебәрәбеҙме әллә?.. – Ишмырҙа һаман үҙенә урын таба алмай аптырай.
Ресторан эҙләп, Уфага китеп булмый инде! – Мәснәүи шешәне ырғытып ебәрҙе лә тотоп алды.
Төшөрөп ватаһың бит! – Ишмырҙа асыуланып ҡысҡырып ебәрҙе.
Мәснәүигә бына ошо ғына кәрәк ине, тағы уйнатып алды ла: – Үзем ватылсам, ватылам, шиша ватылмай инде ул! – тине. Араҡы табыуы ла, Ишмырҙа башҡортто үҙенә ҡаратып тотоуы ла уға шундай ләззәт бирә ине.
Кеше килеп аппетитты боҙмаҫмы икән һуң?
Нәрсә, озын-озакка сузып тормакчы буласыңмы ни? Раз – и готово!
Әҙерәк һөйләшеп тә ултырмағас... – Ишмырҙа шулай тине лә, ҡайҙа ултырырға һуң, тигәндәй, тирә-яҡҡа ҡаранып алды. – Ә стакандар?..
Их, син, Ишморза, нинди «зэк» стакан белән эчә инде аракыны! Бәлки, сиңа путаллы рюмка кирәктер? – Мәснәүи таҙа аҡ тештәрен шешәнең ялтыр ҡалайына ҡаҙаны – «ҡолағы» юҡ ине ҡәһәр бөкөнөң. Икеһе лә күҙҙәрен асылған шешәгә текәгән. Ҡасандан бирле көткән мәл яҡынлаша.
Я, нәрсә өчен эчәбез? – Мәснәүи күҙҙәрен тантаналы йылтыратып яҡташына ҡараны. Ысынлап та, һорау сәйер ине: дуҫлыҡ өсөн тиер инең, һуғышып төрмәгә ултырған кешеләр, осрашыу өсөн тиер инең, осрашҡандарына байтаҡ ваҡыт үтеп китте.
Ишмырҙа ҡулын һелтәне:
Былай ғына ебәр ҙә ҡуй! – Үҙе тамшанып шешәгә ҡараны. Тегенең һаман һөйләнеп тороуына асыуы килә башланы.
Ярый, дай бог не первый, не последний раз! – Мәснәүи «һуһ!» тип өрөп ҡуйҙы, башып артҡа саңҡайтты ла ауыҙын асты, шунан ауыҙына шешәнән араҡы ҡоя башланы. Ул йотмай, ә бер һауыттан икенсе һауытҡа бушатҡан кеүек кенә ҡоя. Ишмырҙа ҡарап тора, аптырай ҙа, һоҡлана ла: ниҙәр генә белмәй был татар. Әллә элек тә бер ултырып сыҡҡанмы икән? Борсола башланы – ҡоя ла ҡоя, бөтөрә бит! Ҡулынан тотайым тиһәң, йә төшөрөп ебәрер!
– Эй, етер, ҡалдырмайһың да баһа!
Мәснәүи ошо һүҙҙе көтә ине лә, тағы бер аҙ ҡойҙо ла турайып баҫты, шешәне баш бармағы менән сәнсеп тотҡан урынын күрһәтте: – Монда, брат, барсы да иҫәпләнгән! Араҡы ысынлап та артыҡ ныҡ кәмемәгәйне.
Мин ни, яртыһын ҡойҙоң, тип торам! – тип йылмайҙы Ишмырҙа.
Беләсеңме, дус, алкаш белән профессор спорить иткән, ди: кем тигезрәк бүлә! Профессор – мензурка, ә алкаш «булк-булк» белән исәпли, ди. Вот алкашныкы профессорныкынан дөресрәк чыккан. Әйдә, жиффәр!
Мин улай булдыра алмайым.
Алайса мин эчкәнне карап кына торасың инде! – Мәснәүи кинәнеп көлөп ебәрҙе. – Я столовый директорына барып путаллы рюмка сорыйсың.
Ҡапыл эсһәң, иҫертеп китәлер әле ул, аслы-туҡлы йөрөгән кешегә ни күпме кәрәк... – Ишмырҙа шешәне ҡулына алды. Ул Мәснәүи шикелле ҡоя белмәй, ауыҙына ҡапты ла быҙау шикелле имергә тотондо. Бер-ике лә йота алманы, сәсәй башланы. Ҡып-ҡыҙыл булып китте, күҙенән йәш сыҡты. Араҡы яңылыш юлға китте. Мәснәүи тиҙ генә шешәне тартып ала һалды. Төшөрөп вата бит!
Их син, башкорт, кымыз эчеп кенә яшәргә кирәк сиңа! – Ул кеҫәһенән икмәк ҡатыһы сығарҙы. – Шушыны чәйнәп йот!
Әберәкәйҙә икмәк ашап тороу гонаһ та инде... – Ишмырҙа йәшле күҙҙәре менән иптәшенә ҡараны.
Күп сөйләнмә, йот! Үтә ул. Алайса, аракы эчү дә гөнаһ!
Ишмырҙа теләр-теләмәҫ кенә алды ла тамағын ҡыра-ҡыра сәйнәргә тотондо. Шунан араҡы йотоп ҡуйҙы. Үтте, ахырыһы.
Ишмырҙа дөрөҫ әйткән, араҡы быларҙың баштарына тиҙ сыҡты: ашҡаҙан хәмерҙе онотҡан, ә үҙҙәре аслы-туҡлы йөрөгән кешеләр. Былар уға бошманы, эскәс иҫерелер инде, шуның өсөн маташабыҙ ҙа баһа. Уның ҡарауы кәйеф күтәрелде, тел тоҡсайҙары сиселде – бер-береһен бүлә-бүлә һөйләшергә тотондолар. Башта «цыган»ды аҡылға ултыртыуҙары менән маҡтаныштылар, суд хаҡында, тәфтишселәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Шунан һүҙ үҙенән-үҙе былтыр көҙ боларышып киткән мәлгә килеп терәлде. Апаруҡ ҡыҙмаса булһалар ҙа, һүҙ ошонда еткәс, тел тотлоҡто, бер-береһенә ҡарамайынса ғына тын торҙолар. Икеһе лә эстән генә, бына һинең арҡала эләктем ошо урынға, тип уйлай ине шикелле. Әммә һүҙ сығарғылары, мәжлесте береһенең дә боҙғоһо килмәне. Мәснәүи ихлас ҡына итеп:
Слушай, Ишморза дус, шул суверенитет дигәне нәрсә була соң ул? – тине. – Әллә... – Ишмырҙа кинәйә менән әйтте лә көлөп ҡуйҙы. – Килделәр ҙә әйттеләр, Өфөгә барырға кәрәк, унда кеше күп булырға тейеш, тинеләр. Һинең тауыш шәп: «Башҡортостан!», «Суверенитет!», «Долой!», «Отставка!» тип ҡыс- ҡырырға тура киләсәк. Кеше ни эшләй, шуны эшләрһегеҙ, тинеләр. Ултырып киттем дә барҙым, көҙ бит инде, эш бөткән, бушлай Өфөгә барып ҡайтыуы ни тора.
– Мин дә шул кешегә иярдем дә киттем инде. Бер аз салған идек. Минем күршедә бер шеботной гына адәм бар, шул котыртты. «Анда суверенитет бирәләр икән. Башкортлар үзләре генә алырга йөриләр ди, әйдә!» – диде. Ярар, Ишморза дус, үкенмик, шушында килеп эләкмәсәк, бер-беребезне белмәй үлеп тә китер идек. Шәп кешеләр булып чыктык бит!
Уныһы шулай... – Танышыуҙарына, ошнда килеп эләгеп, ҡайҙандыр араҡы табып эсеп, күңел бушатып тороуҙарына Ишмырҙа ла ҡәнәғәт ине. – Тик, баяғы, ҡайһы ваҡыт бик ҡайтҡы килеп китә...
Кайтырбыз, бер кая да качмас. Ирмен дигән кешегә төрмәсен дә күрергә кирәк аның, шулай түгелме? Кара әле, Ишморза дус, син башкорт бит, случайно, жырламыйсыңмы? Шул башкорт жырлары өчен үләм бит мин!
Ишмырҙа ысынлап та йырлай, хатта арыу ғына йырлай. Моң әле лә күкрәген йыртып сығып бара. Башҡа урында булһа, әллә ҡасан ебәргән булыр ине, тик көсләп тотоп ҡына тора.
– Былай йырлаштырам... – тигән булды ул.
– Чынмы?! Озон көйләрнеме?! Жибәр әле, дус, башкортның иң озынын!
– Бында ярамаҫ ул, әй...
– Слушай, син никогда куркып яшәмә! Законга каршы эш эшләмисең бит, жыр жырлыйсың! Давай, только иң озынын!
Иптәшенең үҙен шулай ботлап тороуы Ишмырҙаға тәүәккәллек бирҙе. Араҡы үҙенекен эшләне – төрмә лә, әберәкәйе лә онотолдо. Ишмырҙа, ниҙелер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, ситкәрәк ҡарап торҙо, ҡаштары яҙылды, күҙҙәре моңһоуланды, иларға йыйынғандай йөҙөн йыйырҙы. Ҡараштарын бер таҡта ярығына текәне лә йырлап ебәрҙе.
Таба-а-аҡ та гына, табаҡ, ай, ак ҡағы-ыҙ, Буранбайҙың яҙған хаттары-ы. Сәйер, һөйләшкәндә кешенән бер, ә йырлағанда бөтөнләй икенсе төрлө тауыш сыға икән. Ишмырҙаның тауышы нескәрҙе, нәфисләнде, ғүмерҙә уйламаған моң ағыла башланы. Мәснәүи ҙур, зәңгәр күҙҙәрен текәгән дә ышанмаған кеүек тора. Бар ҡарашы: «Әйдә, давай, дәвам ит, өҙә генә күрмә!..» – тип ялбара. Төрмә робаһы кейгән, сәсен таҡырлап алдырған был байғош ҡапыл өҫтөнә уҡалы елән, башына ҡамсат бүрек, аяғына ҡыҙыл сафъян итек кейгән буй етмәҫлек затҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Ишмырҙа һаман йырлай. Кеше ишетмәһен тип, шым, һаҡ ҡына башлағайны ла, йырҙы йәшереп, ҡурҡып йырлап буламы ни, «Буранбай» төрмә кәртәһенә һыйманы, тышҡа бәреп сыҡты, күккә олғашты. Ишмырҙа тауышын шәбәйткәндән-шәбәйтә: йыр ҙа, йырлау ҙа һағындырған. Етмәһә, онотолоп китеп тыңлаусыһы ла бар. Йырсы өсөн бер тыңлаусы булыуы ла етә бит ул! Рәхмәт инде Мәснәүи дуҫына, әлдә һүҙ сығарҙы, юғиһә йырлау онотолоп бара һымаҡ ине. Бура-анбайҙың яҙған хатып уҡып, ай, Зар илайҙар ауыл ҡарттары-ы-ы... Нескә генә башланған йыр тамаҡ төбөнән сыҡҡан баһадирҙарса ҡалын тауыш менән бөтөп ҡуйҙы. Хәтәр булды! Икеһенә лә ныҡ тәьҫир итте. Моңо ла, һүҙҙәре лә. Ишмырҙа дуҫына ҡараны. Ә теге ҙур күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап тора, керпектәренән йәш йылтырай. Йырсының үҙенең дә тамағына төйөр тығылды. Икеһе лә аҫҡа ҡаранылар. Бер аҙ торғас, Мәснәүи дуҫын яурынынан ҡосаҡлап алды.
– Их, Ишморза, кайларда әрәм булып ятмый безнең башлар! Дураклар инде!.. Пожалуйста, тағып берне жырла әле! Зинһар, берне генә...
Ишмырҙаға ялыныу кәрәкмәй ине инде, тик шулай фатиха ғына бирһендәр. Суҡынып китһен төрмәһе, «гражданин начальник»тары. Ул тамағын ҡырып алды ла, ярһыуын баҫа алмаған ат шикелле, тағы ла көслөрәк тауыш менән йырлап ебәрҙе: Кантон да гына-а, кантон килгән тейҙәр-әү, Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ. Яуыз кантондарҙы ҡуя ла икән-әй, Рәсәй ҙә генә-әй тигән батшалыҡ. Етте! Булды! Күңелдәре тулған байғоштар бәҙрәф ярығынан төшкән яҡтыға ҡарап торҙолар. Бер ни әйтке килмәй, тик уйҙар ғына йүгергеләй. Мәснәүи салбар ҡайышына ҡыҫтырыулы шешәне сығарҙы, яҡтыға ҡуйып күпме ҡалғанын самаланы. Шунан моңһоу ғына тауыш менән:
Әйдә тағын берәрне салыйк әле! – тине. – Жыр өчен.
Улар, стакан-фәлән булмаһа ла, ғәҙәт буйынса «һалайыҡ» тип һөйләшәләр ине. Араҡының күпме ҡалғанын да, самалабыраҡ тотоноп, оҙағыраҡ һуҙырға кәрәк икәнен дә аңлайҙар, ыһылдашып берәр йотом ғына йоттолар ҙа шешәне Мәснәүи салбар ҡайышына тығып ҡуйҙы. «Закуска» тип икмәк ҡатыһы ҡабып торманылар, ауыҙҙары зәһәргә күнеккәйне.
– Бик хәтәр жырлар бит! Каян беләсең син аларны, Ишморза дус? – Мәснәүи ихластан һораны.
Халыҡ сығарған йырҙар инде... – тигән булды Ишмырҙа. – Кешенән ишетәһең дә йырлайһың, һәр береһенең тарихы бар, тик мин уларҙы ныҡлап белмәйем. Буранбай батша заманында йәшәгән, уны һөргөнгә ебәргәндәр ҙә, шул кешегә ошо йырҙы сығарғандар. Мин шул Буранбайҙың тоҡомо булам...
Ныу-у! – Мәснәүиҙең күҙҙәре табаҡтай булды. – Син шундый ҙур кешеме ни әле?!
Төрмәлә ултырғас, ҙур кеше буламы ни! – Ишмырҙа әсенеп кенә йылмайҙы. Әллә, олатайым, беҙ шул Буранбай нәҫеленән, тип һөйләй торғайны.
– Сөйләгәч, дөрестер инде, картлар белми сөйләми ул. Әнә бит, фамилияң да Буранбаев! Мин жырны бик яратам. Үзем дә жырлаштырам, правда, синең кебек үк түгел инде, мәжлестә генә. Башкортлар жырчы халык бит инде! – Мәснәүи, давай йырлашҡас, йырлашайыҡ әле. Әйҙә һин дә берәй оҙондо... – Һы... – Мәснәүиҙең күҙҙәр янып китте, уға ла рух килде. – Минем бик озыннан булмаҫ инде. Алайса, бер авыз чылатып алыйк, – тип берҙе йотоп ҡуйҙы.
Шунан Ишмырҙа шикелле йөҙөн йыйырып әлеге таҡта ярығына ҡараны. Ҡапыл тәүәккәл тауыш менән ҡысҡырып йырлап ебәрҙе: Гори, гори, моя звезда-а, Звезда любви, приветная-а! Ты у меня одна заветная-я, Другой не будет никогда-а-а!
Йыр башланыу менән, Ишмырҙа әллә нишләне лә ҡуйҙы: тәндәренән һалҡын юлаҡтар земберләп үтте, башы мейеһе тартышҡандай итте. Был ни эш? Кем был?! Татар тигәне урыҫ булып сыҡтымы ни?! Ана бит, күҙҙәре зәңгәр, сәсе һап-һары, теле урыҫ. Үҙе лә урыҫ! Әллә Ишмырҙаны, әллә Мәснәүиҙе ен алмаштырҙы?! Әллә иҫереп китеп күҙенә генә күренәме?! Әле генә шундай яҡын күренгән кеше бөтөнләй икенсе затҡа әүерелде лә ҡуйҙы. Ә Мәснәүи, баяғы Ишмырҙа шикелле, бар кинәнестән йырлай бирҙе: Умру ли я, и над могилою, Гори, сияй, моя звезда-а-а!.. Йыр тамам. Мәснәүи, йырлап бөткәс, йә нисек тигәнде аңлатып, быға ҡараны. Ишмырҙа белә: йырсыны маҡтарға кәрәк, һәр йырсы шуға мохтаж. Әммә ул һаман шаңғып тора. Кем булды һуң был? Урыҫмы, әллә керәшен – суҡынған татармы? Теге, татарсалап, «я, ничек?» тигәс кенә күңеленә йылы иңде. Шулай ҙа Ишмырҙа аптырашын йәшерә алманы:
– Нишләп урыҫса йырлайһың ул? Татарса йырлай алмайһыңмы ни?
– Кая сиңа жыр, сөйләшкәнгә дә рәхмәт әйт! Мин бит кечкенәдән Уфада үстем. Архирей жулигы!Өйҙә лә русса һөйләшәһегеҙме?
– Шулай инде, минем хатын урыс ла!
- Урыҫ ти?! Нисек урыҫ ҡатын?!
-Соң, урыс түгел икән, маржа! Кара йөрәк нәселеннән... – Мәснәүи йылмайған булды.
- Балаларың да урыҫмы? – Бер ҡатлы Ишмырҙа һамай ныҡыша бирҙе. Мәснәүиҙең түҙеме бөттө:
– Ай, аптыраттың бит! Үзең әйтмешли, каңгыртма әле башымны. Маржадан тугач, урыс була инде. Уфада тор да еще! Мин әле ладно, анда татар белән татарның баласы, урыс булып туа! Ишмырҙа дуҫының кәйефен төшөндө, башҡаса ныҡышманы. Бер аҙ тын торҙолар, тағы яртышар йотом йоттолар. Ишмырҙа, онотолоп киттеме, тағы һораны:
Әй, мәрйәләр нисек була ул?
Нигә, маржа күргәнең юкмы ни?! Шул ук нәрсә инде!.. – Мәснәүи асыу менән әйтте. – Сүзеңә караганда башкорттан артыкны күргәнең юк, ахырсы! – Ниңә, минең бисә татар ул.
Э үзең миннән көлгән буласың!
Сүтәки ҙә татар урыҫ түгел бит инде! – Ишмырҙа еңгән кеше ҡиәфәтендә әйтте.
Анысы шулай... Ярар, болай да көйгән жанымны көйдереп торма әле. «Син маржа» диеп, ун ел торган хатынны куып чыгарыйммы ни!
Татар тип кәмһетмәйме һуң үҙеңде? Улар бит «вилок» тип мыҫҡыллай торған.
– Әйтеп карасын! Правда, башта бер абыйсы шул син әйткән сүзне ычкындырган иде. Жилкәсеннән эләктереп алдым да моны: «А ну-ка, повтори!» – дим. Урыс куркак бит ул, шыр жибәрде. «Прости, зятек, я так спьяну сглупил», – ди. Шуннан соң берсенең дә авызыннан сүз чыкканы булмады. Ә былай маржалар милләт аермый, аларга лишь ир булсын. Ир булсын да, акча китерсен! Шулай, брат, менә син дә татарга каршы йөргән буласың, ә үҙеңнең хатының татар булып чыкты.
Кем ҡаршы йөрөй, үҙең килеп тотонғас, мин нәмә!..
Каян килеп тотынсын! Син үзен башладың ла! Мин бит сиңа ул вакыт, болай, шаяртып кына әйткән идем, «башкорт» дип, син «татар» дидең, китте дә барды инде. Ярар, Ишморза дус, судьялар очына чыга алмаганны, без икәү чыга алмабыҙ... Ә син ул татар кызын каян таптың соң? Сезнең якта тик башкортлар гына яши, имеш, диләр бит?
– Һуң татарҙың таралмаған ере бармы ни! Ә былай мин үҙебеҙҙең яҡтыҡын түгел, ситтән барып алдым. Благовар районынан.
Благовар?! – Мәснәүиҙең күҙҙәре таһырайҙы. – Ҡайсы авылдан?
Белмәйһеңдер, Әрәмә тигән бер бәләкәй генә ауыл ул. Йылға буйында ултыра.
– Пәттәч, нигә белмәсен, ди! Ул бит безнең күрше генә авыл!
Үҙең әле мин Архирей жулигы дип маҡтана инең?
Соң без бит Уфага күчеп кенә килгәнбеҙ, мин кечкенә чакта. Әти-әниләр шунда яр башында ызба сатып алганнар да инде. Телецентр тирәсендә ярда ызбалар утыра бит, шунда инде. Ә син ул Әрәмәгә ничек барын чыктың? Кода да булып чыгарбыз әле, минем анда туганнар да бар!
Бәлки, – тип йылмайҙы Ишмырҙа. – Беҙ ни, баяғы, ҡоролоҡ йылды Благовар яғына һалам әҙерләргә барғайныҡ, колхозға. Шунда бер әбей менән бабайҙарҙа торҙом. Матур ғына ҡыҙҙары бар ине, кәләш иттем дә алдым инде... – Ишмырҙаның йөҙҙәре яҡтырып, күҙҙәре нурланып китте, нисек итеп ҡыҙҙы йәрәшеп йөрөгән, кәләш итеп алып ҡайтҡан саҡтарын иҫенә төшөрҙө булһа кәрәк. Быны Мәснәүи ҙә тойҙо, тәрән генә һулап ҡуйҙы ла:
– Да, брат, бар иде шәп чаклар... – тине. – Менә, Ишморза, земляк кына түгел, кода да булып чыктык. Ә ул синең хатының телен ташлаган, үзең кебек кара башҡорт булып беткәндер бит инде. Син бит бик каты сөйләшәсең, телеңне аңлап бетеп тә булмый кай чакта.
– Ташлатырһың һеҙҙең татарҙан телен! Ауылда бер үҙе сутырлап йөрөгән була. Беҙҙең башҡорт ҡына ул араға бер татар килеп күрендеме, телен боҙоп ҡаңғыра. Күрерһең, минең Нәзифә үлгәнсе үҙ телендә һөйләшәсәк. – Ишмырҙаның күҙ алдында һаман ҡатыны торалыр, ауыҙҙары йырыҡ. – Шәп ул минең кәләш татар булһа ла!
– Нигә «татар булһа ла»? Татар чем хуже?
Ай алла, юҡҡа-барға ҡыйшайырға ғына тораһың? Былай ғына әйтәм инде, ғәҙәт буйынса. Татарҙың кеме юҡ та, башҡорттоң кеме юҡ! Һин үҙең дә ысын татар түгелһеңдер әле: йә керәшен, йә урыҫ тоҡомонанһыңдыр. Бисәң – урыҫ, фамилияң – урыҫ!
– Каян урыс ди! Кәлмәт дигән карт булған, без шуннан таралып киткәнбез. Белсәң, Кальметовлар барсы да дворяннар, дворян нәселеннән!
Ишмырҙа бәҙрәфте яңғыратып көлөп ебәрҙе: – Дворяндар?! Ниңә, ул Кәлмәт ҡарт Ленинградта йәшәгәнме ни?
– Нигә, именно Ленинград кына димәгән, безнең Благоварда да булган ул дворяннар. Үзләре татарлар. Әле күпне белмисең икән!
Ә дворян булғас, ниңә ун етенсе йылда атмағандар һеҙҙе? – Ишмырҙа тегенең һүҙҙәрен мәрәкәгә ала: йә, ғәҙәтенсә, шаштыра, йә үҙе наҙан. Ә Мәснәүи уның һайын ярһый.
Во-первых, атар өчен мин ул вакыт булмағанмын, во-вторых, ул Кәлмәт картларның исеме генә дворян, ә үзләре бик ярлы булган. Шуңа аларны «чабаталы дворян» дип йөрөткәннәр. Шундый сүзне ишеткәнең юкмы ни бер дә? Менә, Ишморза дус, икебез дә зур кешеләр булып чыктык: син – Буранбай, ә мин – дворян токымыннан!..
«Ҡоҙалар» икеһе лә йылмайышты, шул туган-ырыулыҡты йыуыр өсөн тип, Мәснәүи салбар ҡайышында ҡыҫтырыулы йәшел шешәне алды. Ҡалған тамсыны теле менән генә яланы ла шешәне тегеңә бирҙе. Араҡы бөткәйне инде. Ишмырҙа һелкетеп-һелкетеп һурып маташты ла, сыҡмағас, шешәне иҙәндәге ҙур ярыҡҡа ырғытты.
Нәрсә эшлисең?! – Мәснәүиҙең күҙҙәре тоҙҙай булды.
Бөткән бит... – Бетсә соң, монда посуданың ничек кадерле икәнен беләсең лә!
Ҡуй әле, йә шешәне ҡайҙан алдың тип таптырырҙар... Эй, сәғәт нисә булып китте икән?
Мәснәүи сәғәтенә ҡараны: – Анаңны! – Шулай тине лә ҡулын һелтәгән кеше булды. – Көтерләр... – Ҡаңғырып кителде лә...
Былар әберәкәйҙән сыҡты. Сыҡты ла икеһе бер юлы туҡтап ҡалды: цех алдында әллә күпме халыҡ йыйылған. Бер үк кейемдәге, шуғамылыр барыһы бер төҫлө күренгән әҙәми заттар Ишмырҙа менән Мәснәүигә ҡараған да ауыҙҙарын йырған. Былар күренгәс, бер юлы ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр. Күрәһең, күптән күҙәтеп торғандар. – Ресторан ябылды! – тине береһе. – Вот артисты, сначала подрались, а сейчас песни поют! – Тегеләр тел сарларға тотондо.
«Иғтибар итмә!» – Мәснәүи шым ғына фарман бирҙе лә шәп-шәп атлап цех яғына китте. Ишмырҙа уның артынан эйәрҙе. Барып еткәс, береһе тағы төрттөрөп маташа ине лә, Мәснәүи: «А тебе завидно, да?!» – тип екергәс, теге шымды. Ярай әле Мәснәүи дуҫы бар. Ҡала кешеһе шул, кәрәк саҡта телгә аптырамай. Тегеләр башҡаса өндәшмәне, «зэк»тың хәлен «зэк» аңлай. Мәснәүи менән Ишмырҙаның эштәре көйләнде хәҙер. «Вор»ҙан ҡотолдолар, колонияла абруйҙары үҫте, кешеләр уларға ихтирам менән генә түгел, көнләшеп ҡараған кеүектәр. Яҡташтар буш ваҡыттарында гел бергә. Үҙ телеңдә һөйләшерлек бер генә кеше булғанда ла ул тиклем ят итеп тоймайһың бит үҙеңде, һай, үҙ телең! Ошондай саҡтарҙа бигерәк ҡәҙерле бит ул үҙеңсә һөйләшеү!
Шулай ҙа төрмә – төрмә инде, бик эсендә генә тоталар, көнөнә әллә нисәмә тапҡыр һанайҙар – кеше бит малдың малын айына һанаһа бер һанай. Үҙең кеүек әҙәмдәргә «гражданин начальник», «осужденный Буранбаев» тип торорға кәрәк. Шуныһы бигерәк йәнде кимерә. Ҡайһы саҡ ошо бәндәләрҙе тысҡылдатып биргеләп ташлағы килә лә, ни ҡылаһың, ахырҙа, яҡташына барып зарланып ала. Ә тегенең иҫе китмәй! – Төкер син шуларга! Мәңгегә кермәгән дә бу тишеккә! Иреккә чыгып кына алыйм әле, сөйләшә белермен! Йәне көйөп йөрөй торғас, үҙ алдына әллә ниҙәр уйлап сығара. Бына, имештер, төрмәнән имен-аман ҡотолоп, ауылында һин дә мин йәшәп ята. Бөтәһе лә онотолған, тормош бығаса нисек булған, шулай бара. Ишмырҙа утынға тип Ирәндек яғына юл тотто. Көҙ, бысраҡ ваҡыт. Ҡарамалы соҡорон үтәм тигәндә, батып ултырған ҙур машинаны күреп ҡала. Янында әллә ниндәй хәрби кеше. Тракторға ҡаршы килә. «Машинаны сығарыш әле! Бер ярты бирербеҙ!» – ти. Ишмырҙа ни күҙе менән күрһен, алдында ошо колония начальнигы тора. Теге лә аптырап ҡала, хатта ҡаушап төшә. Ҡасандыр меҫкен генә ҡиәфәттә «осужденный Буранбаев» тип торған кеше ҡайһылай геүелдәтеп йөрөп ята! Ә был шуға йомошҡа килде. Бына бит донъялар!
Тегеләр, баҡтиһәң, халыҡтан картуф йыйырға килгәндәр ҙә ҡайтырға тип ҡуҙғалғанда батҡан да ултырғандар. Икенсе юлдан китергә кәрәккән дә, белмәгәндәр инде. Ишмырҙа ни тросын таға ла тарттырып сығара быларҙы. Ауан кеше бит инде, теге ваҡыттағы асыуҙары онотолған. Хатта уларҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра, һуң бит ошондай ваҡытта кешене нисек итеп төнгә ҡарата сығарып ебәрәһең. Былар ризалаша. Ишмырҙа әллә кем булып китә. Даны ни тора бит: Ишмырҙа үҙен төрмәлә бикләп торған әҙәмдәрҙе алып ҡайтҡан! Дыуамал кеше бит ул, ҡара эсле түгел. Башта донъяһы менән таныштыра – ихатаһын, аҙбарын, келәтен, гаражын күрһәтә. Шунан ҡатынына мунса яғырға ҡуша ла тегеләрҙе йортона алып инә. Бер аҙ ял иткәндәй булғас, ҡунаҡтары алдында бер һарығын йығып һуя. Бибармаҡ бешерәләр, күршеләрҙән үтескә алып булһа ла байтаҡ араҡы таба. Мунса инеп сыҡҡандан һуң төнө буйы ҡунаҡ булалар. Эсеп алғас, колония начальнигы быны маҡтап бөтә алмай: «Молодец Буранбаев, һин тегендә лә өлгөлө булдың!» – ти. Иртән инде Буранбаев уларҙы оло юлға тиклем оҙата бара. Бына шулай үс ала ул үҙен ике йыл биктә тотҡан кешеләрҙән.
Бер көн Ишмырҙа ошо хыялдарын Мәснәүигә һөйләне. Теге сәсрәп төштө: – Ордым шуларны, сыйлап утырмага! Тотсыннар!.. Битләренә төкереп китәр идем! Аз издеваться иттеләрме! Ишмырҙа бәхәсләшеп торманы, былар хыял ғына бит. Әле ҡотолоп сығыу өсөн ике ай ярым ваҡыт бар. Ғәҙәттә бит, өй яҡынайған һайын, юл оҙонораҡ күренә, ҡайтыр саҡ еткән һайын, ваҡыт аҡрыныраҡ үтә...
Ни тиклем генә хыялланмаһындар дуҫтарҙы, ҡарышҡан шикелле, бер көндә сығарманылар. Хатта иҫкәртеп тә торманылар, Ишмырҙаны саҡырттылар ҙа: «Буранбаев, һин бөгөндән азат – тулы хоҡуҡлы гражданин! Ҡотлайбыҙ!» – ти- неләр. Ҡарасы, һөйләшеүҙәре бөтөнләй икенсе, былар ҙа әҙәмсә була белә икән! Тейешле аҡсаһын бирҙеләр, башҡаса енәйәткә бармауын һәм матур тормош теләп, сығып китергә ҡуштылар.
– Гражданин начальник, ә Кальметов? – тине Ишмырҙа.
Хәҙер инде «гражданин начальник» түгел, «иптәш начальник», – тине офицер.
Беҙ бит Кальметов менән «подельниктар» бер үк эш буйынса бер үк срокка хөкөм ителдек, гражданин әй..., гражданин начальник...
Беләһеңме, Буранбаев, ишек асыҡ саҡта шылып ҡал. Ҡалғаны... – «иптәш начальник» йылмайҙы, – һинең эш түгел. Ишмырҙаның танауы төштө, бөтә хыялдары емерелде. Ҡотолғас, шулай итербеҙ, былай итербеҙ, тип әллә ниндәй пландар ҡороп бөткәйнеләр, бына һиңә мә! Ни ҡылмаҡсы булалар икән, әллә Мәснәүи бер-бер эш боҙоп ташланымы? Ул-был булһа, ишетелер ине. Ни хәл итһен, теге «иптәш на- чальник» әйткәненсә, ишек асыҡ саҡта «шылып ҡалыуҙан» артығы юҡ ине. Аптыраҡ, ҡасан ҡотолам ошонан тип ниндәй генә хыялдарға бирелмәне, сыҡҡайны – етемһене лә китте.
Төйөнсөгөн тотоп бер аҙ торған булды, тегеләй әйләнде, былай әйләнде, уға һүҙ ҡушыу түгел, иғтибар иткән кеше лә юҡ, теләһәң нишлә. Хатта ҡайтҡы ла килмәгән кеүек. Ҡайтҡы килеүен килә, тик әкиәттәге кеүек күҙеңде асып йом да ишек алдыңда ултыр ине. Ә яңғыҙы ғына оло юлға ҡуҙғалғы килмәй. Берҙән, шәп түгел, дуҫыңды ташлап ҡалдырған һымаҡ, икенсенән, бергә ҡайтыуы күңелле лә инде. Икәү ышаныслыраҡ та була, бараһы юл байтаҡ ҡына бит әле. Ишмырҙа поезға ултырырға ашыҡманы, Мәснәүиҙе көтөп ҡарарға булды. Бәлки, «подельниктар» тип бер юлы сығармаҫҡа уйлағандарҙыр, тип төшкә тиклем ошо колония тирәһендә йөрөштөрҙө, ҡапҡанан күҙен алманы. Инде лә булмағас, колониянан ун биш саҡрым тирәһендәге ҡасабаға юлланды. Бынан йөрөй торған автобус менән китте. Башта ул ашханаға инеп туйғансы ашаны. Барынса иң затлы аҙыҡтарҙы алырға тырышты. Ашап туйғас, әллә кем булып, урам буйлап китте. Бөтә халыҡ уға ҡарайҙыр, бына ирекле кеше китеп бара, тип һоҡланалыр һымаҡ күренде. Арыуыраҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы аяғынан алып башына тиклем тикшереп үтте, ҡайһы берҙәренә һүҙ ҙә ҡушты. Үҙе эстән генә аптырап та ҡуя: бер ҙә онотолмаған да, һүҙе табыла бит! Әммә тегеләр Ишмырҙаның һүҙенә яуап бирергә ашҡынып торманы, ерәнгән төҫ менән ситкә борола һалды. Ә Ишмырҙа ғәрләнмәне, кәрәгегеҙ бар ине, бына Баймаҡҡа килә ҡалһағыҙ, йыл- майырһығыҙ ҙа, мин һеҙҙең кеүек үтеп китермен ул саҡта, тип ғорурланды. Ваҡыт үткәреп булмай. Магазиндарға инен күп итеп ашарға, бөршәйеп ултырған әбейҙәрҙән ҡиммәт хаҡҡа араҡы алды. Осрашҡас, байрам итергә кәрәк бит азатлыҡты. Төнөн бында үткәрергә тура килер, автобусҡа ултырҙы ла поселоктан ситкә сығып китте. Бер тау битләүендә төшөн ҡалды, тирә-йүнде ҡарап әйләнгәс, аяҡ ҡулдарын тарбайтып йоҡларға ятты. Көн йылы, август айы, иркен донъяла бер туйғансы йоҡлаһын әле! Уға ҡурҡырға түгел. Ишмырҙа оҙаҡ һәм ҡаты йоҡланы. Әммә «зэк» ғәҙәтенсә иртәнге алтыла уянды. Башта аптырап торҙо, үҙенең ҡайҙа икәнен абайланы ла тағы ашанып алды. Һай, ҡыҙыҡ икән дә ирекле тормош, ни теләһәң, шуны эшләйһең, хатта бер аҙ йәпһеҙ ҙә һымаҡ. Ниҙер етешмәй. Бында инде башҡаса эш юҡ, ул поселокка барҙы ла яңынан колония яғына китте. Үҙе китеп бара, үҙе аптырай: сығыуын сыҡты иреккә, ә донъя ят! Бынау поселогы, урмандары, йылғаһы, машинаһы, хатта кешеләре лә. Ирекле донъя – ят, ә колония – яҡын. Ни тиклем генә хәсрәттәр кисермәһен, әле ул ошо ят донъянан үҙ төйәгенә ҡайтып барған кеше һымаҡ атлай. Унда – кешеләр. Төрлөһө бар: йыртҡысы ла, арыуы ла, дуҫы ла, дошманы ла, асыҡ күңеллеһе лә, язалаусыһы ла, әммә ни тиһәң дә кешеләр. Бына шулар менән ике йыл ғүмерен үткәреп ташланы бит әле. Ишмырҙа бер көн иректә, әммә муҡсайын тотоп, һаман колония алдында йөрөп ята. Эшкә килеүселәрҙең ҡайһылары, аптырап, ә төҫмөрләгәндәре йылмайып, таныш шоферҙар теләктәш ҡараш ташлап үтеп китте. Әммә береһе бер һүҙ өндәшмәй – бындағы ғәҙәт, тәртип шундай. Ниһәйәт, Ишмырҙа үҙҙәренең цехына килеп йөрөй торған шоферҙы осратты. Үҙе лә аңлап тора икән. Ишмырҙаны күреү менән: «Дуҫың иртәгә сыға. Бында икәнеңде әйтермен!» – тип ҡысҡырып китте. Ишмырҙаның эсенә йылы йүгерҙе. Тағы бер көн көтөргә кәрәк тә һуң, ярай, өмөтлө булғас, эш икенсе. Ул кире поселокка китте. Аптыраҡ: иректә төрмәләгегә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ һымаҡ – ваҡыт үткәреп булмай. Китап һатып алды, уҡырға күңел төшмәй, газетаһын әйләндергеләп ҡараны ла ырғытты, ваҡиғаларҙы көндәлеген көнгә белеп бармағас, бөгөнгөһө генә ҡыҙыҡ түгел. Икенсе көн инде үҙе менән өс шешә йөрөтә. Юҡ ваҡытта араҡы тип иҫе китә ине, бына булғас, эске килмәй. Алйот әҙәм шикелле ҡайһылайтып япа-яңғыҙың иҫереп йөрөмәк кәрәк. Шешәгә ҡарап ҡуя ла әберәкәйҙә торғандарын иҫенә төшөрә. Үҙенсә күңелле ваҡыттар ине. Бөгөн ул ҡатын-ҡыҙға ла күҙ һалмай, тегеләр үҙ алдына йөрөп ятҡан тере зат ише генә күренә. Күрәһең, тормоштоң үҙ ағышымы, тәртибеме, ҡалыбымы боҙолдо, бына шуға бер нигә лә күңел төшмәйҙер, тип фәлсәфә итте Ишмырҙа. Әҙәм балаһына рәтле йәшәү өсөн ниндәйҙер ҡағиҙәләр, закондар, хатта ҡороп ҡуйылған кәртәләр кәрәктер. Ниһәйәт, бәләкәй ишек асылды ла эстән ҡулына муҡсай тотҡан кеше килеп сыҡты. Ул күҙҙәрен ялт-йолт итеп тирә-яҡҡа ҡаранды – Ишмырҙаны эҙләй, теге шофер: «Дуҫың һине көтөп йөрөй», – тип әйткәндер. Бына күреп алды:
– Ишморза! – Бер йыл осрашмағандармы ни, бер-береһен ҡосаҡлап алдылар. Шунан күрештеләр, тағы ҡосаҡлаштылар, арҡаларынан ҡағыштылар, бер- береһенә ҡарашып торҙолар. Егет менән ҡыҙ осраштымы ни! Хәйер, унан да ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ әле улар. – Нимә булды? Ниңә улай тоттолар? – тине Ишмырҙа. – Ах, жиде быуын аналарының жиде йөз житмеш жиде ел ятып черегән кабер такталарын орыймнар! – Мәснәүи бөтә белгән яман һүҙҙәре менән тегеләрҙе һүгергә тотондо. Ләззәтләнеп, кинәнеп һүкте. – Менә кайтыйм гына әле, Верховный Совет председателенә керәм! Кирәкләрен бирдерәм мин аларның! – Мәснәүи әллә ҡайҙа төптә ултырған төрмә башлыҡтарын һүгә, ә Ишмырҙа ошоларға ышанмай тора: ҡарасы, бер кемдән дә ҡурҡмайынса, бөтәһен дә әр- ләй. Хөрриәт, суверенитет тигәне ошолор! Суҡынып китһен ул колонияһы ла, колония начальниктары ла, ярар, барыбер сыҡтылар, ҡотолдолар, мораттарына ирештеләр. – Әлдә генә һине көтөп алынды: яңғыҙым ҡайтҡы килмәй ҙә ҡуя! – тине Ишмырҙа. – Бу эшеңне гомеремдә дә онытмам, Ишморза дус! Бик зур рәхмәт инде. Минем уземә дә бик авыр булыр иде! Что син, күз алдыңа китер! – Мәснәүи ласлатып колония яғына төкөрҙө лә дуҫының иңбашынан ҡосаҡлап алды. – Киттек, дус, без хәзер – вольный птица! Башҡорт Ишмырҙа менән татар Мәснәүи бик ҡәнәғәт, хатта тәкәббер ҡиәфәттә аҡрын ғына баҫып, поселок яғыпа киттеләр. 6 ...Поезд Өфөгә иртә үк килеп етте. Бер купела икәүҙән-икәү генә барыусы таҡыр башлы әҙәмдәрҙе проводница сәғәт ярым алдан уятты. Үтеп китә күрмәһендәр, ҡотола һалайым, тигәндер. Әллә ниндәй ҡотһоҙ заттар, икеһенә дүрт билет һатып алғандар ҙа купеларына башҡа берәүҙе лә индермәйенсә тик үҙҙәре генә киләләр. Кеше лә индермәнеләр, сығып та күренмәнеләр, купеларынан тәмәке лә, араҡы еҫе генә аңҡыны. Әйтһәң, ҡолаҡтарына элмәнеләр. Тауыш күтәрергә ҡурҡты. Станцияға етер алдынан ул тағы асҡысы менән шаҡылдатты:
– Уфа! Уфа икән, Уфа инде, был ике таҡыр баш, теләр-теләмәҫ кенә урындарынан тороп, мыштыр-мыштыр әҙерләнергә тотондо. Хәйер, әҙерләнәһе лә түгел инде, кейемеңде кейеп, муҡсайыңды алдыңмы, бөттө. Юлдаштарҙың кәйефе шәп тү- гел. Аптырарһың, Өфө тип ҡасанан бирле көттөләр, бына килеп төшкәйнеләр, тәҙрәнән дә ҡарағылары килмәй. Ә юлды күңелле үттеләр. Төрмәлә тапҡан аҡса йәл түгел, тип ашарына ла, эсеренә лә мул алғайнылар. Ҡасан тағы шундай хәл тура килә! Ҡайтҡас, бисәләре ашатыр әле, кәсепкә бармағандар. Әлбиттә, ҡапыл ғына айырылыш- маҫтар, Мәснәүигә төшөп, ике-өс көн ҡунаҡ булырҙар, бер көн баҡсаһына барып ятырҙар, шунан дуҫының мәрйә бисәһен алып, Баймаҡ китерҙәр. Шулай килештеләр. Мәснәүи, минең өй иркен, бер аҙна ят, тигәйне лә, Ишмырҙа, килешмәҫ, бисә асыуланыр, тине. Ғөмүмән, үҙҙәренең ҡайтып төшөүе Өфө өсөн бер оло ваҡиғаға әйләнер һымаҡ ине Ишмырҙаға. Оркестр менән ҡаршыламаһалар ҙа, перронда сәскәләр, күстәнәстәр тотоп ҡаршыларҙар. Баймаҡтан да килерҙәр. Азатлыҡ өсөн газап сигеп йөрөүселәр ҙә инде – революционерҙар! Төшкәс, ҡосаҡлашып күрешерҙәр, хәл-әхүәл белешерҙәр, шунан әҙәм аптыратып, ялтыр машиналарға ултырып сығып китерҙәр. Мәснәүи ни уйлағандыр, Себер киңлектәрен ҡарап, күтәренке күңел менән килгәндә башҡорт Ишмырҙа ошолай күҙ алдына килтерҙе үҙҙәренең тыуған ил менән осрашыуын. Поезд туҡтаны. Ысынлап та йоҡлап ҡала күрмәгеҙ, тигәндәй, вагондар, ҡапыл, быларҙы һелкетә биреп, туҡтаны. Ашығаһы түгел, берәү ҙә көтмәй уларҙы, хәбәр итеп торманылар. Уның ҡайғыһы ла булманы, туйҙан ҡайтып килмәйҙәр. Былар вагондан аҙаҡҡы булып төштө. Ергә баҫҡас, ҡояшҡа күҙҙәре сағылғандай, йөҙҙәрен йыйырып, тирә-яҡҡа ҡарандылар. Ишмырҙа проводницаға рәхмәт әйтеп хушлашҡан булды, ә теге ерәнгән ҡиәфәт менән ситкә боролдо. Ай, суҡынһын! Ике байғош, тоҡсайҙарын тотоп, аҡрын ғына перрон буйлап киттеләр. Өфө – һаман да шул Өфө, станцияһы ла шул уҡ, һәр кемдең үҙ хәсрәте, береһе ашыға, береһе көлә, береһе ҡосаҡлаша, тигәндәй. Башҡа халыҡ шулай, тик быларҙың ғына кәйеф юҡ, һәр ҡыбырлаған нәмәгә асыуҙары килә. «Подельник» дуҫтар бөгөн һөйләшмәйҙәр, урман януарҙары шикелле, күҙҙәре менән генә аңлашалар. Бына һыу эҙләп киттеләр. Алдан – Мәснәүи, артынан ҡара күҙҙәренән асыу сәсеп Ишмырҙа килә. Ауыҙ кипкән, ирендәр бер- береһенә йәбешкән, һөйләшеү түгел асырлыҡ та рәт юҡ. Әмәлгә ҡалғандай, һыуҙың әҫәре лә күренмәй. Әллә бик иртә булғанға килтереп еткермәгәндәр, әллә, ғөмүмән, һатмайҙар, үләм тиһәң, тамсы һыу юҡ. Бер ерҙә автомат эшләй, уға Ленин мавзолейындағы һымаҡ сират. Мәснәүи төрмәләш дуҫын туалетҡа алып килде. Бында ла уңманылар, ишеккә «Уборка!» тигән яҙыу эленгән. Әммә күҙе тонған Мәснәүи яҙыуға иғтибар итмәне, ишекте асты. Хужаһы яҡын ғына йөрөгән икән, ажғырып килеп тә етте: – Не видишь что ли, уборка! – Мамаша, нам только попить! Теге һеперткеһен күтәрҙе: – Дам я вам попить! Что вам здесь, ресторан?! – Вокзал кешеләре уҫал була инде, телгә аптырамай. Мәснәүиҙең зәңгәр күҙҙәре ҡурҡыныс йылтыраны: – Ты, мамаша, потише! Мы только освободились! – Шулай тине лә эскә инеп китте. Ишмырҙа шым гына артынан эйәрҙе. Бер йотом һыу өсөн башты һалырға ла була. Былар инделәр ҙә, ҡулды-ниҙе йыуып тормайынса, һемәктәрҙе астылар ҙа услап эсергә тотондолар. Әммә былай ғына туйырлыҡ түгел, ахырҙа, теге ваҡыт шешәнән имгән шикелле, һемәктең үҙенән эсә башланылар. Эсеп туйғандай ҙа итмәнеләр, алдарында милиционер пәйҙә булды: – Что вы делаете, граждане? Сусҡа, теге ҡатын әйткәндер инде! Ух, ошо ваҡыт Мәснәүиҙең күҙен күрһәгеҙ! Эткә ташланырға торған бесәйме ни! – Не видишь, что делаем?! Әммә милиционер көс үҙендә икәнен белә, вокзалда бындайҙар йыш осрай, тыныс ҡына итеп: – Ваши документы? – тине. – На! – Мәснәүи түш кеҫәһенән ҡағыҙ сығарҙы. Ишмырҙа шым гына бирҙе. – Чыккансыз икән, тиҙерәк ычкыныгыз, йөрмәгез монда адәм куркытып! – Милиционер татар булып сыҡты. Мәснәүи һеләүһенгә әүерелде лә ҡуйҙы. Хәҙер!..
Мәснәүи, әйҙә киттек! – Ишмырҙа уны еңенән тарта һалды. Ә теге ярһыуынан һүҙ ҙә әйтә алмай ине. Ирекле-заттар вокзал алдына сыҡты. Шаҡ ҡатҡанға юл ҡайҙа, тигәндәй, бер аҙ ҡаранып торҙолар. Сәйер, донъя геү килә, ә был икәүҙең күңелдәре буп-буш.
– Безгә барсак инде, бик ерак диярсең... Мин Машиностроительный артында торам, – тине Мәснәүи. – Хатын да өйдә юктыр инде...
Юҡ, хәҙер үк билетҡа баҫам. Йәй беҙҙең Сибай поезына кеше күп була, – тине Ишмырҙа.
– Бәлки, билет алгач, килеп чыгарсың. Поезың кич китә, дисең бит?
– Ярар, ҡарармын.
Тағы бер аҙ торҙолар. Былай ғына айырылышыу уңайһыҙ һымаҡ, әммә төрмә дуҫлығының тамам, ә кисәге һөйләшеүҙәр, биргән вәғәҙәләрҙең, эскәндә һөйләшкән һүҙ генә икәнлеген, хәҙер үҙҙәре алдында ҡәҙимге, шулай ҙа бер аҙ ятая төшкән тормош торғанлығын икеһе лә аңлай ине.
Ярар, Ишморза дус, без ғәйбә алайса. Уфага килә-нитә калсаң, төш безгә. Хатының белән кил, сөйләшеп утырырбыз.
Йөрөп ятыла бит инде, бәлки, килеп тә сығылыр әле. Баяғы, Баймаҡ яғына юл төшһә, ҡаңғырып йөрөмә, тура беҙгә кил дә ин. Ауылдың исемен беләһең. – Что син, әбизәтелно!
Ярар, Мәснәүи, имен ҡайтып ет, ҡатыныңа сәләм әйт!
Ладно, давай!
Башҡорт Ишмырҙа менән татар Мәснәүи өнһөҙ генә ҡул бирештеләр. Ниңәлер, күҙҙәрен йәшерҙеләр, шунан өндәшмәй генә икеһе ике яҡҡа китеп барҙылар.
Читайте нас: