Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Декабрь 2020, 16:00

БӘХЕТ ТЫНЛЫҠТЫ ЯРАТА

Донъяла минут эсендә генә күпме ваҡиға була, бер сәғәт эсендә әллә күпме яңы күренештәр барлыҡҡа килә, кешеләр тыуа, кешеләр үлә, яңы асыштар яһала һәм уларҙың иң шаулылары мәғлүмәт селтәрҙәренең беренсе битенән төшмәй. Шул уҡ ваҡытта донъяла үҙ бәхеттәренә төрөнөп, уны сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлап, ғаилә институтының иң яҡшы ҡиммәттәрен үҙҙәрендә туплап, шым ғына ғүмер йомғағын һүтеүселәр ҙә юҡ түгел. Бер уйлаһаң, уларҙы республикала күптәр белә, сөнки Роза Рәжәп ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһының өлкән методисы булып эшләй, Илдар иһә - "Башҡортостан" гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире. Шул уҡ ваҡытта уларҙың бәхете һаман да икәү генә белер сымылдыҡ эсендә ҡала килә, унда сит-ят күҙҙәргә, яман һүҙҙәргә юл ябыҡ, сөнки бәхет тынлыҡты ярата. Ә беҙ, АҠЪЮЛОВтар ғаиләһенең рөхсәте менән сымылдыҡтың бер ситен генә күтәреп, шул бәхеттең бер өлөшөнә саҡ ҡына күҙ һалырға йөрьәт иттек.Һеҙҙең ғаилә ҡороуға ла сирек быуат үтеп киткән. Ул йылдарҙа йәш Илдар менән йәш Роза ниндәйерәк булды, ниндәй хыялдар менән йәшәне икән?Илдар: Кем армияла булған - тормошто, кем студент булған - йәшлекте күргән, тиҙәр. Ил алдындағы бурысты үтәп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Дипломлы белгес булыу, эшкә урынлашыу һәр кемдә була торған хыялдыр инде ул. III курсты уңышлы тамамлағас, ул саҡта факультеттың башҡорт бүлегендә уҡыған Роза исемле сибәр ҡыҙға өйләнергә ҡарарға иттем. 26 йыл элек нисек булдыҡмы? Артыҡ ышаныусан, бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышыусан. Роза: Тиҙҙән юғары уҡыу йортон тамамлаясаҡбыҙ, беҙҙе яҡшы эш көтә, матур итеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтерербеҙ, тигән хыял менән йәшәгәнбеҙҙер инде ул осорҙа.Ғаилә - ябай ғына итеп әйткәндә, ике сит ғаиләлә үҫкән кешеләрҙең бер ҡыйыҡ аҫтында, үҙенең усағын тоҡандырып йәшәүе. Әлбиттә, аңлашмаусылыҡтар ҙа килеп сығыуы бар, характер төрлөлөгө лә үҙен һиҙҙертеүе мөмкин. Һеҙҙең ғаиләлә кем - ут, кем - һыу, кем - баш, кем - түш?Илдар: Ысынлап та, икебеҙ ике, бер-береһенән ныҡ айырылған мөхиттән. Розаның тыуған төйәге - Баймаҡ районына, ул тыуып үҫкән Сыңғыҙ ауылына беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡанда уҡ был яҡ кешеләренең ихласлығы, ҡунаҡсыллығы күҙгә ташланды, бик тә оҡшаны. Башҡорт халҡының йолалары нығыраҡ һаҡланғанына иғтибар иттем. Ә мин Ейәнсура районының Үрген ауылынан, был яҡ халҡы ла ихлас, әммә беҙҙә кешеләр эшкә күберәк күмелгән һымаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер бөтөн булырға тырышҡанбыҙҙыр инде.Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ ут уҡ булмаһа ла, усаҡтағы утты һүндермәй һаҡлап тороусы, башты кәрәк яҡҡа бороусы муйын булмаһа, был донъяларҙа йәшәүе күпкә ауыр булыр ине. Ғөмүмән, бер-берең менән кәңәшләшеп эш итеүгә бер нәмә лә етмәй! Роза: Ысын ғаилә булып ойошоп китеүе ауыр ҙа, ҡатмарлы ла һынау үтеү ул. Сөнки, ысынлап та, һәр ғаиләлә кеше үҙенсә тәрбиә ала, һәр ғаиләнең үҙ тормош ҡанундары була. Шуға күрә, ике йәш йөрәк ҡауышҡас та, һәр ҡайһыһы үҙе баш, үҙе түш булдыниһә, ғаилә булып ойоша алмай. Беҙ һәр ваҡытта ла бер-беребеҙҙе аңларға тырыштыҡ. Тәүҙә, әлбиттә, аңлашмаусылыҡтар, кем баш булыр икән, тигән һымағыраҡ хәлдәр ҙә булып алғандыр, әммә йәшәй-йәшәй төрлө ысулдарҙы эҙләйһең, ҡайһылай яҡшыраҡ булыр икәнен ҡарайһың, бер-береңә юл да бирәһең, һүҙен дә алға сығараһың. Психологтар ҙа хатта никахтың 1,3,7-се йылдарында көрсөк мәлдәре булып тора, тип фаразлай, йәғни ошо осорҙар ғаиләне ныҡлыҡҡа һынай. Бөгөнгө күҙлектән ҡарап, беҙ ундай стадияларҙы үттек, тип уйламайым, бәлки, булғандыр, әммә беҙ уны уртаҡ тел табып, еңел үткәргәнбеҙҙер, моғайын, шуға һиҙмәгәнбеҙҙер ҙә. Ә бына 10 йылдан һуң, килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итербеҙ икән, тигән һорауҙар йышайҙы, сөнки ғаилә лә ҙурая, ауырлыҡтар ҙа тыуа. Әлбиттә, беҙҙең ғаиләлә Илдар - ут, мин - һыу. Ул баш булһа, мин үҙемде муйын тип әйтер инем, муйын бит башты ҡайҙа теләй, шунда бора ала.Һауыт-һаба ла шылтырамай тормайҙыр, килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итергә тырышаһығыҙ?Илдар: Ғаилә советында мәсьәләне уртаға һалып һөйләшәбеҙ.Роза: Әлбиттә, тормош булғас, ул бер алдын, бер артын күрһәтә инде, ғаиләлә лә һауыт-һаба шылтырамай тормай. Социаль селтәрҙәрҙәге, инстаграмдағы сториздарҙа ғына барыһы ла һәйбәт ул. Ә тормош - ул ысынбарлыҡ. Шуға ғаилә усағынан ситкә сәсрәгән бәләкәй генә осҡондан ҙур ялҡын ҡабыҙмай, уны шунда уҡ туҡтатып тороу мөһим. Бының өсөн, әлбиттә, бер-береңде ихтирам итеү тәүге урынға сыға, шул ваҡытта ғына хаталарҙы һәм проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, уларҙан бергәләп сығыу юлдарын табырға мөмкин.Туйҙан һуң күрше-тирә апай-еңгәйҙәр, оло инәйҙәр "Барған ереңә таш булып бат", тип оҙатты, шуға күрә ике ауыҙлы - бер һүҙле булып йәшәргә тырыштыҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ғаиләләрҙә ауыр проблемалар булмай тормай, әммә, әйтеп үтеүемсә, бер-береңде ихтирам итеп, аңлап йәшәһәң генә ул ауырлыҡтар һындырмай, уларҙы еңел үтәһең.Ҡыҙҙар үҙҙәре әсәй булмайынса - әсә хәлен, егеттәр атай булмайынса атай хәлен аңламай, тиҙәр. Тәүге мөхәббәт емешегеҙ тыуыуы донъяға ҡарашығыҙҙы, ата-әсәләрегеҙгә, бер-берегеҙгә мөнәсәбәтте үҙгәрттеме?Илдар: Бала - ир менән ҡатын араһындағы күпер, быны инҡар итеүселәр юҡтыр. Бәпестең тыуыуы өйгә бәрәкәт өҫтәү менән бер рәттән, ике аралағы союзды тик нығыта ғына. Быны әлеге лә баяғы ваҡыт үтеү менән тәрәнерәк аңлайым. Тиккә генә мөхәббәт емеше тигән нығынған һүҙбәйләнеш килеп сыҡмағандыр.Роза: Был ысынлап та шулай тиер инем. Ысынлап та, ғаиләлә тәүге мөхәббәт емешенең донъяға килеүе тормошҡа икенсе төрлө - атай-әсәй итеп ҡарарға мәжбүр итә. Тәүге балабыҙ - Зөһрә ҡыҙыбыҙ 4-се курста уҡығанда тыуҙы. Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында йәшәгәндә ниндәй күршеләребеҙ бар, ул шуларҙың барыһының да ҡулында үҫте, тиергә мөмкин. Лекцияға барырға булһа, бүлмәләр буйлап йүгереп йөрөп баланы ҡалдырыр кеше эҙләй торғайныҡ. Күршелә йәшәгән 1-се курс студенттарының "Апай, бының ҡайһы еренән тотайыҡ", тип баламды алып ҡалғаны һаман да иҫемдә. Күрәһең, ул ваҡытта Зөһрәгә бер нисә ай ғына булғандыр. Шуға студент ғаиләһе булып бала үҫтереүҙең бөтә михнәтен дә, рәхәтен дә татыныҡ, тип әйтергә мөмкин.Әлбиттә, бала тыуыу ғаиләләге мөнәсәбәтте үҙгәртмәй, әммә атай-әсәй булыуы ҙур яуаплылыҡ өҫтәй һәм артабан яҡшыраҡ йәшәргә саҡырыу кеүек. Университет уҡытыусылары ғаиләлеләрҙе белеп тора һәм дәрескә барһаң, әсәй кеше нимә эшләп ултыра ул бында, бар ҡайт, балаңды ҡара, тип әйтә торғайны. Бәлки, уҡыуҙа быға тиклем өлгәшенгән уңыштар һөҙөмтәһендә шундай ташлама яһағандарҙыр. Шуға күрә атай-әсәй булыуы беҙгә ниндәйҙер дәрәжә һәм яуаплылыҡ өҫтәгәндер, тип уйлайым.Бер һөйгәнем арҡаһында ҡырҡ һөймәгәнде һөйөрмөн, тигән әйтем бар. Быны бигерәк тә бөгөн бик актуаль тиергә мөмкин - ҡыҙ-егеттәр бер-береһен яратһалар ҙа, бер-береһенең ата-әсәләрен яратмайҙар. Һеҙ ҡайны-ҡәйнәгеҙҙе нисек ҡабул иттегеҙ?Илдар: Рәжәп Зөлҡәрнәй улы менән, минең ҡайным була инде, уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Уның ҡайҙалыр барырға, нимәнелер эшләргә йәки тамаҡ ялғап алырға кәрәк булһа: "Әйҙә, кейәү", - тип әйткәне кисәгеләй генә. Бер ҡасан да тауышын күтәрмәне, ипле ине. Ашыҡ-бошоҡ түгел, киреһенсә, һәр эште тыныс һәм яй, әммә сифатлы башҡарҙы. Ул оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге колхозда механизатор булды. Ҡәйнәм Ғәлиә Ғилметдин ҡыҙы иһә янып-көйөп йөрөнө. "Йылдай оҙон тойолһа ла, йәй үтер ҙә китер, утын килтерергә кәрәк, ҡар яумаҫ элек кәбәнде алып ҡайтырға кәрәк", - тип, мәшәҡәттәрҙе алдан хәстәрләне. Мин яратҡан кешене, минең буласаҡ балаларымдың әсәһен донъяға килтергән, тәрбиәләгән ата-әсәне яратмау йәки яратмаҫҡа тырышыу мөмкин булыуы тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы.Роза: Мин, ғөмүмән, 20 йылдан ашыу ҡәйнәһен ҡараған әсәй менән үҫкән кешемен. Атайым да үҙ ҡәйнәһенә шул тиклем ихтирам менән йәшәне, өләсәй 90 йәшкә етеп, һәр саҡ, кейәүем шәп, кейәүем яҡшы, тип маҡтап йәшәне. Шуға күрә беҙҙең ғаиләлә ҡәйнә-ҡайныға ихтирам бәләкәйҙән тәрбиәләнгән ине, тип әйтә алам. Илдар менән ғаилә ҡорғас та бейемемә үҙемдең әсәйемә ҡараған һымаҡ ихтирам һәм һөйөү менән ҡарарға тырыштым. Әммә бейемем ҡыҫҡа ғүмерле булды, беҙ өйләнешкәндән һуң ике йыл үткәс, ҡаты сир уны беҙҙән алып китте. Шуға ла бейемемә килен хөрмәте күрһәтеп өлгөрҙөммө икән, тигән уй ҙа тыуа. Ҡайным шундай уҡ егәрле, уңған, эшлекле кеше ине. Уға ла үҙ атайыма ҡараған кеүек ҡарарға тырыштым.

Донъяла минут эсендә генә күпме ваҡиға була, бер сәғәт эсендә әллә күпме яңы күренештәр барлыҡҡа килә, кешеләр тыуа, кешеләр үлә, яңы асыштар яһала һәм уларҙың иң шаулылары мәғлүмәт селтәрҙәренең беренсе битенән төшмәй. Шул уҡ ваҡытта донъяла үҙ бәхеттәренә төрөнөп, уны сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлап, ғаилә институтының иң яҡшы ҡиммәттәрен үҙҙәрендә туплап, шым ғына ғүмер йомғағын һүтеүселәр ҙә юҡ түгел. Бер уйлаһаң, уларҙы республикала күптәр белә, сөнки Роза Рәжәп ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһының өлкән методисы булып эшләй, Илдар иһә - "Башҡортостан" гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире. Шул уҡ ваҡытта уларҙың бәхете һаман да икәү генә белер сымылдыҡ эсендә ҡала килә, унда сит-ят күҙҙәргә, яман һүҙҙәргә юл ябыҡ, сөнки бәхет тынлыҡты ярата. Ә беҙ, АҠЪЮЛОВтар ғаиләһенең рөхсәте менән сымылдыҡтың бер ситен генә күтәреп, шул бәхеттең бер өлөшөнә саҡ ҡына күҙ һалырға йөрьәт иттек.

Һеҙҙең ғаилә ҡороуға ла сирек быуат үтеп киткән. Ул йылдарҙа йәш Илдар менән йәш Роза ниндәйерәк булды, ниндәй хыялдар менән йәшәне икән?

Илдар:
Кем армияла булған - тормошто, кем студент булған - йәшлекте күргән, тиҙәр. Ил алдындағы бурысты үтәп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Дипломлы белгес булыу, эшкә урынлашыу һәр кемдә була торған хыялдыр инде ул. III курсты уңышлы тамамлағас, ул саҡта факультеттың башҡорт бүлегендә уҡыған Роза исемле сибәр ҡыҙға өйләнергә ҡарарға иттем. 26 йыл элек нисек булдыҡмы? Артыҡ ышаныусан, бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышыусан. Роза: Тиҙҙән юғары уҡыу йортон тамамлаясаҡбыҙ, беҙҙе яҡшы эш көтә, матур итеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтерербеҙ, тигән хыял менән йәшәгәнбеҙҙер инде ул осорҙа.

Ғаилә - ябай ғына итеп әйткәндә, ике сит ғаиләлә үҫкән кешеләрҙең бер ҡыйыҡ аҫтында, үҙенең усағын тоҡандырып йәшәүе. Әлбиттә, аңлашмаусылыҡтар ҙа килеп сығыуы бар, характер төрлөлөгө лә үҙен һиҙҙертеүе мөмкин. Һеҙҙең ғаиләлә кем - ут, кем - һыу, кем - баш, кем - түш?

Илдар:
Ысынлап та, икебеҙ ике, бер-береһенән ныҡ айырылған мөхиттән. Розаның тыуған төйәге - Баймаҡ районына, ул тыуып үҫкән Сыңғыҙ ауылына беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡанда уҡ был яҡ кешеләренең ихласлығы, ҡунаҡсыллығы күҙгә ташланды, бик тә оҡшаны. Башҡорт халҡының йолалары нығыраҡ һаҡланғанына иғтибар иттем. Ә мин Ейәнсура районының Үрген ауылынан, был яҡ халҡы ла ихлас, әммә беҙҙә кешеләр эшкә күберәк күмелгән һымаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер бөтөн булырға тырышҡанбыҙҙыр инде.
Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ ут уҡ булмаһа ла, усаҡтағы утты һүндермәй һаҡлап тороусы, башты кәрәк яҡҡа бороусы муйын булмаһа, был донъяларҙа йәшәүе күпкә ауыр булыр ине. Ғөмүмән, бер-берең менән кәңәшләшеп эш итеүгә бер нәмә лә етмәй! Роза: Ысын ғаилә булып ойошоп китеүе ауыр ҙа, ҡатмарлы ла һынау үтеү ул. Сөнки, ысынлап та, һәр ғаиләлә кеше үҙенсә тәрбиә ала, һәр ғаиләнең үҙ тормош ҡанундары була. Шуға күрә, ике йәш йөрәк ҡауышҡас та, һәр ҡайһыһы үҙе баш, үҙе түш булдыниһә, ғаилә булып ойоша алмай. Беҙ һәр ваҡытта ла бер-беребеҙҙе аңларға тырыштыҡ. Тәүҙә, әлбиттә, аңлашмаусылыҡтар, кем баш булыр икән, тигән һымағыраҡ хәлдәр ҙә булып алғандыр, әммә йәшәй-йәшәй төрлө ысулдарҙы эҙләйһең, ҡайһылай яҡшыраҡ булыр икәнен ҡарайһың, бер-береңә юл да бирәһең, һүҙен дә алға сығараһың. Психологтар ҙа хатта никахтың 1,3,7-се йылдарында көрсөк мәлдәре булып тора, тип фаразлай, йәғни ошо осорҙар ғаиләне ныҡлыҡҡа һынай. Бөгөнгө күҙлектән ҡарап, беҙ ундай стадияларҙы үттек, тип уйламайым, бәлки, булғандыр, әммә беҙ уны уртаҡ тел табып, еңел үткәргәнбеҙҙер, моғайын, шуға һиҙмәгәнбеҙҙер ҙә. Ә бына 10 йылдан һуң, килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итербеҙ икән, тигән һорауҙар йышайҙы, сөнки ғаилә лә ҙурая, ауырлыҡтар ҙа тыуа. Әлбиттә, беҙҙең ғаиләлә Илдар - ут, мин - һыу. Ул баш булһа, мин үҙемде муйын тип әйтер инем, муйын бит башты ҡайҙа теләй, шунда бора ала.

Һауыт-һаба ла шылтырамай тормайҙыр, килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итергә тырышаһығыҙ?

Илдар:
Ғаилә советында мәсьәләне уртаға һалып һөйләшәбеҙ.
Роза: Әлбиттә, тормош булғас, ул бер алдын, бер артын күрһәтә инде, ғаиләлә лә һауыт-һаба шылтырамай тормай. Социаль селтәрҙәрҙәге, инстаграмдағы сториздарҙа ғына барыһы ла һәйбәт ул. Ә тормош - ул ысынбарлыҡ. Шуға ғаилә усағынан ситкә сәсрәгән бәләкәй генә осҡондан ҙур ялҡын ҡабыҙмай, уны шунда уҡ туҡтатып тороу мөһим. Бының өсөн, әлбиттә, бер-береңде ихтирам итеү тәүге урынға сыға, шул ваҡытта ғына хаталарҙы һәм проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, уларҙан бергәләп сығыу юлдарын табырға мөмкин.
Туйҙан һуң күрше-тирә апай-еңгәйҙәр, оло инәйҙәр "Барған ереңә таш булып бат", тип оҙатты, шуға күрә ике ауыҙлы - бер һүҙле булып йәшәргә тырыштыҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ғаиләләрҙә ауыр проблемалар булмай тормай, әммә, әйтеп үтеүемсә, бер-береңде ихтирам итеп, аңлап йәшәһәң генә ул ауырлыҡтар һындырмай, уларҙы еңел үтәһең.

Ҡыҙҙар үҙҙәре әсәй булмайынса - әсә хәлен, егеттәр атай булмайынса атай хәлен аңламай, тиҙәр. Тәүге мөхәббәт емешегеҙ тыуыуы донъяға ҡарашығыҙҙы, ата-әсәләрегеҙгә, бер-берегеҙгә мөнәсәбәтте үҙгәрттеме?

Илдар:
Бала - ир менән ҡатын араһындағы күпер, быны инҡар итеүселәр юҡтыр. Бәпестең тыуыуы өйгә бәрәкәт өҫтәү менән бер рәттән, ике аралағы союзды тик нығыта ғына. Быны әлеге лә баяғы ваҡыт үтеү менән тәрәнерәк аңлайым. Тиккә генә мөхәббәт емеше тигән нығынған һүҙбәйләнеш килеп сыҡмағандыр.
Роза: Был ысынлап та шулай тиер инем. Ысынлап та, ғаиләлә тәүге мөхәббәт емешенең донъяға килеүе тормошҡа икенсе төрлө - атай-әсәй итеп ҡарарға мәжбүр итә. Тәүге балабыҙ - Зөһрә ҡыҙыбыҙ 4-се курста уҡығанда тыуҙы. Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында йәшәгәндә ниндәй күршеләребеҙ бар, ул шуларҙың барыһының да ҡулында үҫте, тиергә мөмкин. Лекцияға барырға булһа, бүлмәләр буйлап йүгереп йөрөп баланы ҡалдырыр кеше эҙләй торғайныҡ. Күршелә йәшәгән 1-се курс студенттарының "Апай, бының ҡайһы еренән тотайыҡ", тип баламды алып ҡалғаны һаман да иҫемдә. Күрәһең, ул ваҡытта Зөһрәгә бер нисә ай ғына булғандыр. Шуға студент ғаиләһе булып бала үҫтереүҙең бөтә михнәтен дә, рәхәтен дә татыныҡ, тип әйтергә мөмкин.
Әлбиттә, бала тыуыу ғаиләләге мөнәсәбәтте үҙгәртмәй, әммә атай-әсәй булыуы ҙур яуаплылыҡ өҫтәй һәм артабан яҡшыраҡ йәшәргә саҡырыу кеүек. Университет уҡытыусылары ғаиләлеләрҙе белеп тора һәм дәрескә барһаң, әсәй кеше нимә эшләп ултыра ул бында, бар ҡайт, балаңды ҡара, тип әйтә торғайны. Бәлки, уҡыуҙа быға тиклем өлгәшенгән уңыштар һөҙөмтәһендә шундай ташлама яһағандарҙыр. Шуға күрә атай-әсәй булыуы беҙгә ниндәйҙер дәрәжә һәм яуаплылыҡ өҫтәгәндер, тип уйлайым.

Бер һөйгәнем арҡаһында ҡырҡ һөймәгәнде һөйөрмөн, тигән әйтем бар. Быны бигерәк тә бөгөн бик актуаль тиергә мөмкин - ҡыҙ-егеттәр бер-береһен яратһалар ҙа, бер-береһенең ата-әсәләрен яратмайҙар. Һеҙ ҡайны-ҡәйнәгеҙҙе нисек ҡабул иттегеҙ?

Илдар:
Рәжәп Зөлҡәрнәй улы менән, минең ҡайным була инде, уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Уның ҡайҙалыр барырға, нимәнелер эшләргә йәки тамаҡ ялғап алырға кәрәк булһа: "Әйҙә, кейәү", - тип әйткәне кисәгеләй генә. Бер ҡасан да тауышын күтәрмәне, ипле ине. Ашыҡ-бошоҡ түгел, киреһенсә, һәр эште тыныс һәм яй, әммә сифатлы башҡарҙы. Ул оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге колхозда механизатор булды. Ҡәйнәм Ғәлиә Ғилметдин ҡыҙы иһә янып-көйөп йөрөнө. "Йылдай оҙон тойолһа ла, йәй үтер ҙә китер, утын килтерергә кәрәк, ҡар яумаҫ элек кәбәнде алып ҡайтырға кәрәк", - тип, мәшәҡәттәрҙе алдан хәстәрләне. Мин яратҡан кешене, минең буласаҡ балаларымдың әсәһен донъяға килтергән, тәрбиәләгән ата-әсәне яратмау йәки яратмаҫҡа тырышыу мөмкин булыуы тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы.
Роза: Мин, ғөмүмән, 20 йылдан ашыу ҡәйнәһен ҡараған әсәй менән үҫкән кешемен. Атайым да үҙ ҡәйнәһенә шул тиклем ихтирам менән йәшәне, өләсәй 90 йәшкә етеп, һәр саҡ, кейәүем шәп, кейәүем яҡшы, тип маҡтап йәшәне. Шуға күрә беҙҙең ғаиләлә ҡәйнә-ҡайныға ихтирам бәләкәйҙән тәрбиәләнгән ине, тип әйтә алам. Илдар менән ғаилә ҡорғас та бейемемә үҙемдең әсәйемә ҡараған һымаҡ ихтирам һәм һөйөү менән ҡарарға тырыштым. Әммә бейемем ҡыҫҡа ғүмерле булды, беҙ өйләнешкәндән һуң ике йыл үткәс, ҡаты сир уны беҙҙән алып китте. Шуға ла бейемемә килен хөрмәте күрһәтеп өлгөрҙөммө икән, тигән уй ҙа тыуа. Ҡайным шундай уҡ егәрле, уңған, эшлекле кеше ине. Уға ла үҙ атайыма ҡараған кеүек ҡарарға тырыштым.

Малай тыуһа - һин атай, ә ҡыҙ тыуһа - атаҡай, тиҙәр. Һеҙҙең ғаиләлә өс ҡыҙ үҫә, был, ғәмәлдә шулаймы, ҡыҙҙар, ысынлап та, атайға яҡыныраҡмы?

Илдар:
Ҡыҙҙарым өсөн нисек өҙөлөп торам, уларҙың да мине йәндәй күреүҙәрен тоям. Мин, киреһенсә, өсөһөн дә, "ҡыҙҙар әсәләренә әхирәт булырға тейеш", тип өйрәтәм. "Серҙәш булығыҙ", тип тә өҫтәйем. Роза әйтеп үтеүенсә, оло ҡыҙыбыҙ Зөһрә - тыуғанда уҡ студент тормошон күреп үҫкән бала. Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультетын тамамланы. Студенттарҙы алмашыу программаһы нигеҙендә Ҡытайҙа уҡыны, бер нисә йыл эшләне. Быйыл каникулға Башҡортостанға ҡайтҡайны, тотош донъялағы хәл-торош менән бәйле ул яҡтарға һауа юлдары ябылды. Әле Өфөлә, инглиз теле уҡытыусыһы.
Икенсе ҡыҙыбыҙ Шәүрә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының шәрҡиәт бүлегендә уҡый, апаһы кеүек сит телдәр өйрәнә. Бәләкәйҙән бейергә яратты. Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия бейеү ансамбленең балалар студияһында шөғөлләнде, Рәми Ғарипов исемендәге Республика Башҡорт гимназия-интернатын тамамланы һәм шунда "Аҡйондоҙ" ансамблендә бейене. Хәҙер БДУ-ның "Ирәндек" ансамблендә бейей. Иң бәләкәйебеҙ Фатима быйыл Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының I класына барҙы. "Мин уҡыған мәктәптең дә исеме Фатима" тип көлә.
Роза: Беҙҙең ғаиләлә атайға ихтирам шул тиклем ҙур, атай абруйы ныҡ көслө булды. Ҡыҙҙар атайыбыҙҙы шул тиклем ныҡ яраттыҡ, хатта үҙебеҙҙең буласаҡ тормош иптәшебеҙҙе атайыбыҙ һымаҡ холоҡло булһын ине, тигән хыялдар менән йәшәнек. Юҡҡа ғына, ҡыҙҙар - атаһына, егеттәр әсәһенә оҡшатып тормош юлдашы эҙләй, тимәйҙәрҙер инде. Әлбиттә, өс ҡыҙ атаһы булараҡ Илдар, ысынлап та, атаҡай булып йөрөй тип уйлайым, сөнки ҡыҙҙар аталарын шул тиклем ярата, бигерәк тә бәләкәсебеҙ унан башҡа бер минут тора алмай. Ҡыҙ атайҙары булыу, миңә ҡалһа, оло бәхеттер ул. Юҡҡа ғына, өс ҡыҙ атаһы ожмахҡа сиратһыҙ инә, тимәйҙәр бит.

Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тыйыу кәрәк, тип үҫтерҙеләр беҙҙең заманда. Хәҙер ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләйҙәр? Малайҙар өсөн атай абруйы, атай һүҙе - ҡанун, ҡыҙҙар өсөн дә атай абруйы мөһимме?

Илдар:
Ғөмүмән, бала өйөндә барыһын да күреп үҫә, күңеленә һеңдереп буй еткерә. Шул үҙеңдең өлгөңдә бала тәрбиәләнә инде, шул иҫәптән, ҡыҙҙар ҙа. Ҡыҙҙарыбыҙҙы тәрбиәләүҙә өләсәй һәм ҡартатайҙарының роле ҙур булды тип уйлайым. Баланың балаһы балдан татлы, тип, ауылда балаларҙы йәйгелеккә каникулға көтөп ала торғайнылар. Өләсәй һәм ҡартатай тәрбиәһе алып үҫкәнгә балаларыбыҙ үҙ юлдарын тиҙерәк табалыр, бәлки, яңылышыуҙар булмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Ауылда улар өләсәйҙең ҡартатайға мөнәсәбәтен, өйҙә әсәйҙең атайға мөнәсәбәтен күреп, белеп, һеңдереп йөрөй. Тәү сиратта атай абруйы ғаиләләге мөнәсәбәттән башлана һәм был балалар өсөн бик мөһим.
Роза: Беҙ ныҡ тыйылып үҫкән быуын. Ҡырҡ урындан ғына түгел, бөтөн нәмәнән тыйып, сикләп үҫтерҙеләр. Хәҙер заман башҡа - заң башҡа, ундай тыйыуҙар бик ҡулланылмай ҙа, әммә барыбер ғаилә тәрбиәһе үҙ эҙен һала, шуға ла ҡыҙҙарыбыҙ үҙ урындарын белә, яҡшы менән яманды айыра, төрлө сараларға ла йөрөйҙәр, дуҫлашалар, әммә саманан, сиктән сыҡмайҙар. Ҡыҙҙарыбыҙға үҙаллылыҡ бирәбеҙ, әлбиттә, әммә бәләкәй саҡтарынан уҡ проблемаларын дөрөҫ хәл итергә ҡушҡанбыҙ. Шуға, ул-был хәл килеп тыуһа, атай-әсәй менән кәңәшләшеп эшләйҙәр. Беҙҙең ғаиләлә шундай ҡанун йәшәй: ҡыҙҙар үҙҙәренә кәрәкле бөтөн нәмәне белергә, замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш, шуға артыҡ сикләргә тырышмайбыҙ. Атайҙың урыны түрҙә булмаған, атай абруйы һаҡланмаған ғаиләләр ысын мәғәнәһендә аҡыллы, тәүфиҡле бала тәрбиәләй алмайҙыр, тип уйлайым. Атайың нимә әйтер, тигән һүҙ беҙҙең өсөн мөһим роль уйнаны. Борондан килгән был хәҡиҡәт бөгөн дә бик актуаль булып ҡала. Атай абруйы малайҙарға ғына түгел, ҡыҙҙарға ла кәрәк, сөнки төпкө аңға нигеҙләнеп, тормош юлдашын һайлағанда ҡыҙҙар барыбер ҙә атайҙарына оҡшаған кешене эҙләй һәм тап шундай ғаиләләр бәхетле булаларҙыр ҙа.

Шулай итеп...
Был ғаилә ағзалары менән аралашыуҙан шуны аңланым: ысынлап та, бәхет тынлыҡты ярата икән, шулай булмаһа, ығы-зығы, шау-шыу араһында улар бер-береһенең уйын уҡый, күңелдәрендәге һүҙҙәрен ишетә алыр инеме ни?..
Читайте нас: