Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ул йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә күп мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Бигерәк тә, заман менән бергә атларға ынтылған кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү ҙә бик еңел түгелдер. Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һ.б. өсөн тарифтар артыуына әсенһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорттарҙың иҫкереүе, туҙыуы арҡаһында йонсой. Нисек кенә булмаһын, әлеге мәлдә булғанын һаҡлап, ҡурсалап торорға кәрәк. Ошо йәһәттән, быйыл “Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” коммерция нигеҙендә булмаған фонды контроле аҫтында Һәҙиә Дәүләтшина урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан өс ҡатлы өйгә капиталь ремонт яһала.
Өйҙөң түбәһе заманса талаптарға яраҡлаштырып ҡыйығы ябыла, һыу билдәләнгән урындан ғына йыйылып ағып төшә. Ҡыш көнө ҡар таҙартыу өсөн дә махсус ҡулайламалар ҡуйыла. Был эште “Партнер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе Вадим Рим улы Инчигулов) тарафынан ике ай эсендә башҡарыла. Шуныһы һөйөнөслө торлаҡ хужаларының аҡсаһы һөҙөмтәле файҙаланылған. Бөгөнгө көндә йорт хужалары подъезға ингән ишекте лә ремонтлатып, код менән асып инеүҙе теләй.
Шуныһы һөйөнөслө, ошо уҡ йәмғиәт етәксеһе тарафынан, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, Октябрь революцияһы урамы, 47 һәм 49 йорттарының дүрт подъезына капиталь ремонт эшләнде. Подъездар яңыса һулыш алды, тик торлаҡта йәшәүселәрҙә һаҡсыл ҡараш юҡ, яңы ишектәргә кирбес ҡыҫтырып, ишектәрен шар асып ҡуялар һ.б. – тип үҙенең үпкәһен белдерҙе торлаҡ-коммунал хужалығы етәксеһе Зәбир Рәшит улы Мәхиәнов.
Гөлшат Имелбаева. Автор фотоһы.