"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Декабрь 2020, 17:00

Малдарҙың һаулығын ҡурсалап

#А-7АГРОБР#Ейәнсурарайоны#БАШҠОРТОСТАН#МАЛСЫЛЫҠ# ЭКСПРЕССЛАБОРАТОРИЯ

27-29 ноябрҙә “А-7 АГРО БР” ЯСЙ-һының Яңы Себенле фермаһында, ошо йәмғиәттең саҡырыуы буйынса, Башҡортостан фәнни-етештереү ветеринария лабораторияһы дәүләт бюджет учреждениеһы махсус йыһазландырылған Газель автомобиле базаһында ЭКСПРЕСС лабораторияһы тикшереү эштәре алып барҙы.
Ошо хаҡта “А-7 АГРО БР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең Ейәнсура бүлексәһе етәксеһе Самат Имелбаевтан һөйләүен һораныҡ.
– Малсылыҡта күпме генә эшләһәң дә етешһеҙлектәрҙе ябай күҙ менән күреп бөтөрөп булмай. Шуға күрә, күҙгә күренмәгән етешһеҙлектәрҙе, кәмселектәрҙе бөтөрөү, белмәгәндәрҙе өйрәнеү, яңы технологик алымдарҙы ҡулланыу маҡсатында, беҙ, хужалыҡ етәкселәре менән кәңәшләшеп, ошо ЭКСПРЕСС лабораторияны саҡырға булдыҡ.
Беҙҙең республикала тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы пилот яңы проект индерҙе. Был проект ауыл хужалыҡтарының малсылыҡ өлкәһендә аудит (тикшереү) үткәрә.
Тикшереү эштәрен, ошо экспресс ветеринария лабораторияның фәнни етәксеһе, ветеринария фәндәре кандидаты, ветеринар табип-момолог Юзлекбаев Фидаил Фәнил улы менән метрология бүлегенең ветеринар табибы Ғәлиханов Рафаэль Ғиззәтулла улы алып барҙы.
Эштәренең төп маҡсаты – хужалыҡтың малсылыҡ өлкәһендә аудит үткәреп, өҫтәлмә рентабеллек ысулдарын асыҡлау ине. Улар хужалыҡта ҡулланылған һыуҙы, микроклиматты, малдарҙың һыу эсеүен, мал аҙығын, уларҙы ашатыуҙы, һыйыр һауыу технологияһын, йәш быҙауҙар үҫтреү технологияһын һәм малдарҙың йоғошло сирҙәрен тикшерҙеләр. Һөттән, һыуҙан, малдарҙың ҡанынан, оло һәм кесе ярауынан, танау һәм ауыҙ ҡыуышлығы шыйыҡсаларынан, ашҡаҙанындағы ризыҡтан анализдар алдылар. Шунан һыйырҙарҙың һауылған һөтөн, яңы тыуған быҙауҙарға бирелә торған ыуыҙҙы маститҡа тикшерҙеләр. Шулай уҡ, малдарҙың антибиотикҡа һиҙгерлеген һәм һыйырҙарҙың эсендә (ҡарынында) тимер булыу-булмауын магнитлы зонд төшөрөп тикшерҙеләр.
Ошо тикшереүҙәрҙән һуң, хужалыҡтың зоотехния һәм ветеринария хеҙмәтенә яҡшы баһа бирҙеләр.
Малсылыҡ хужалыҡтарына, малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға, уларҙың , йәғни белгестәрҙең бер-нисә тәҡдимен еткерәм.
  • Быҙау алыу бүлексәһендә һәр ваҡыт дезифекция үткәреү;
  • Яңы быҙаулаған һыйырҙарға күп итеп һыу эсереү;
  • Яңы тыуған быҙауҙарға, 2 сәғәт эсендә, мотлаҡ, 2 литрҙан да кәм булмаған ыуыҙ эсереү;
  • Быҙауҙарҙы эсергән һауыттарҙы таҙа тотоу;
  • Орғасы быҙауҙарҙың ҡойорҡтарын (китләсәктә мастит булмаһын өсөн) ҡыҫҡартыу;
  • Һауынсыларҙы яңыса һыйыр һауыу технологияһына өйрәтеү;
  • Һауын аппараттарын тикшереп тороу;
  • Бөтә һауылған һыйырҙарҙы ай һайын маститка тикшереү;
  • Малдарҙы ай һайын вирусҡа һәм паразиттарға тикшереү;
  • Һәр айға профилактик сараларҙы планлаштырыу;
  • Ветеринар модулле сэлекс програмаһын ҡулланыу.
  • Хайуандарҙың сирен дауалағанға ҡарағанда, уны булдырмау хәйерле. Санитария күҙлегенән хәүефһеҙ продукция сығарыу һәм тирә-яҡ мөхитте һәм кешеләрҙе һаҡлау , был өлкәлә эшләүселәрҙең бурысы. – тине Самат Имелбаев.
    Гөлшат Мәзитова. Автор фотолары.
    Читайте нас: