Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Декабрь 2020, 21:00

Һуған күп осраҡтарҙа файҙалы була ала

Һуған тән температураһын төшөрөү һәләтенә эйә. Ҡан ағыуҙы туҡтата ала. Тағы ла ул...

Башлы һуған хужабикәләрҙең һәр ваҡыт ҡул осонда. Иң беренсе сиратта, һүҙ ҙә юҡ, ул бешергән ризыҡ тәмле булһын өсөн кәрәк. Икенсенән, йәшелсәнең файҙалы дауалау үҙенсәлектәре тураһында электән белгәндәр һәм уны күп сирҙәргә ҡаршы оҫта файҙаланғандар. Ҡайһы мәлдә һәм нисек итеп һуғанды дауалау сараһы булараҡ ҡулланғандар һуң? Һүҙебеҙ - шул хаҡта.

1. Һуған тән температураһын төшөрөү һәләтенә эйә. Бының өсөн тәүҙә уны дүңгәләкләп турап алма һеркәһендә тоторға кәрәк. Шунан һуғанды үксәгә (ойоҡ эсенән) һәм ҡолаҡҡа һалырға. Бындай саранан тән ҡыҙыуы тиҙ үтер.
2. Инфекцияны үлтерә.Ҡайнаған һөттө ҙур ғына икмәк киҫәгенә (юғары сортлы ондан бешкәне булһын) ҡойоп, өҫтөнә һуған ҡырырға һәм ныҡ итеп болғатырға. Килеп сыҡҡан пастаны марляға һалып боҙолған урынға 2-2,5 сәғәткә беркетеп ҡуйырға. Һөҙөмтә яҡшыраҡ булһын өсөн процедураны ҡабатларға мөмкин.
3. Ҡан ағыуҙы туҡтата ала. Ҙур булмаған ҡанлы яраларға һуған киҫәген марля аша һалып ике минут тотҡанда, ҡан ағыуы тиҙ арала туҡтар. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, йәрәхәт урыны ла тиҙерәк бөтәшер.
4. Янған-бешкән тәнгә лә шулай уҡ марля аша ике минутҡа һалып, аҙағынан йомортҡаның ағын һөртөп ҡуйғанда, ауыртыныу ҙа тиҙ баҫылыр, яра эҙе лә ҡалмаҫ.
5. Йүткереү яфалаһа, һуған һуты - бик һөҙөмтәле дауа. Йәшелсә киҫәген ҡолаҡҡа һалып, бер аҙ тотҡанда ла, йәнгә тейгес йүткерек баҫылыр.
6. Һуған киҫәген ҡолаҡҡа һалыу ҡолаҡ һыҙлауынан ҡотҡара, шулай уҡ баш ауыртыуын да кәметә.
7. Алда әйткәнебеҙсә, һуған яра эҙҙәрен бөтәштерергә лә ярҙам итә. Уның өсөн тәндәге яра эҙенә уны көн дә ышҡып торорға кәрәк.

8. Ҡорт саҡҡанда ла ҡырҡылған һуған - яҡшы сараларҙың береһе. Шул тирәне һуған менән ышҡығанда, тән шешенмәй һәм яра тиҙерәк бөтәшә.
Читайте нас: