Динебеҙҙә туғандарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттең ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген раҫлаған хәҙистәр бихисап. Шуларҙың бер нисәүһен иҫкә алып үтәйек.
* “Туғандары менән бәйләнеште өҙгән кеше ожмахҡа инмәҫ”.
* “Кем ризығының күп, ғүмеренең оҙон булыуын теләй, шул туғандары менән бәйләнеште яҡшыртһын”.
* “Рәхим (туғанлыҡ бәйләнештәре) Аллаһтың тәхетендә эленеп тора. Кем уны һаҡлай, шуны Раббыбыҙ хәстәрләр, ә араларҙы өҙгәнгә ауырлыҡ өҫтәр”.
* “Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ”.
Әҙәм балаһы тәү сиратта туғанының иғтибарына, йылы һүҙенә мохтаж, тиелә динебеҙҙә. Туғандарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, хәлдәрен һорашып, ярҙам итеп, яҡшы һүҙҙәребеҙҙе еткереп, изге теләк-ғәмәлдәренә ҡеүәт өҫтәп йәшәйек!