Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Декабрь 2020, 20:00

Алмаштырып өлгөрҙөңмө?

Юғиһә, 1 ғинуарҙан штраф көтә!

Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, водитель таныҡлығының ҡулланыу мөҙҙәте 1 февралдән 15 июлгә тиклем тамамланған водителдәр өсөн уларҙы ҡулланыу ваҡыты йыл аҙағына тиклем оҙайтылып, административ яуаплылыҡ ҡаралмай ине. Йыл аҙағына яҡынлаша, тимәк, кем дә кем ошондай таныҡлыҡ менән йөрөй, алмаштырыуҙы хәстәрләгәргә тейеш. Юғиһә, 1 ғинуарҙан уларҙы штраф көтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, водитель таныҡлығын дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы, йәғни “Госуслуги” аша йәки Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлексәһендә алмаштырырға була. Әйткәндәй, дәүләт пошлинаһын порталға инеп түләһәгеҙ, 30 процент ташлама ла алырһығыҙ!
Читайте нас: