Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Декабрь 2020, 17:00

Башҡортостанда артистар табиптарҙы тыуған көндәре менән ҡотлай

Башҡортостанда "Табиптарға рәхмәт" акцияһы дауам итә. Артистар һәм чиновниктар ковид-госпиталь табиптарының тыуған көндәре декабрь айына тура килгәндәрен ҡотлай. Видеоҡотлауҙарҙы табиптарҙың үҙҙәренә шәхсән ебәрелә. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, декабрҙә тыуған 73 табип бөгөн "ҡыҙыл зонала". "Берҙәм Рәсәй" партияһы ярҙамында "Башҡортостан" концерт залында яҙҙырылған ҡотлауҙарҙы, концерт номерҙарын адресаттарға министрлыҡ ебәрә. Акция сиктәрендә "Табиптарға рәхмәт - 2" концерты яҙҙырылған. Был ҙур концерт 16 декабрҙә БСТ-ла күрһәтеләсәк.

Башҡортостанда "Табиптарға рәхмәт" акцияһы дауам итә. Артистар һәм чиновниктар ковид-госпиталь табиптарының тыуған көндәре декабрь айына тура килгәндәрен ҡотлай. Видеоҡотлауҙарҙы табиптарҙың үҙҙәренә шәхсән ебәрелә.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, декабрҙә тыуған 73 табип бөгөн "ҡыҙыл зонала". "Берҙәм Рәсәй" партияһы ярҙамында "Башҡортостан" концерт залында яҙҙырылған ҡотлауҙарҙы, концерт номерҙарын адресаттарға министрлыҡ ебәрә.
Акция сиктәрендә "Табиптарға рәхмәт - 2" концерты яҙҙырылған. Был ҙур концерт 16 декабрҙә БСТ-ла күрһәтеләсәк.
Читайте нас: