Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Декабрь 2020, 19:00

Гәзит уҡыусыларыбыҙ, бәйгеләрҙән ситтә ҡалмағыҙ!

Яңы 2021 йылды ҡаршылауға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Барыбыҙ ҙа Яңы йылды яҡшыға өмөтләнеп, матур, изге ниәттәр менән көтәбеҙ. “Ейәнсура таңдары” гәзитендә ойошторған Яңы йыл бәйгеләребеҙ ҙә ошо юҫыҡта булыр.

“Изге теләктәр” бәйгеһе

Был бәйге йыл дауамында тиерлек өйҙә ултырырға мәжбүр булған өлкәндәр, йәғни “65+”-тәр өсөн булыр. Аралашыу сикләнгәс, моғайын да һеҙҙең райондаштарға әйтер һүҙҙәрегеҙ, матур теләктәрегеҙ күп йыйылғандыр. Шуға ла бирелгән юлдарҙы дауам итеп, райондаштарҙы Яңы йыл байрамы менән ҡотлай, теләктәрегеҙҙе еткерә алаһығыҙ Иң оригиналь ҡотлаусы еңеүсе булыр һәм бүләк менән билдәләнәсәк.
21 тыуһа, бәлки, иркен итеп һулармын,
Ә әлегә өйҙән генә ҡотлауҙарым юллайым...

“Кәбисә йылы тимәгеҙ…”

Үтеп барған Сысҡан йылы тураһында таҡмаҡтар бәйгеһе иғлан итәбеҙ. Ниндәй генә булһа ла, ул тарихта үҙ эҙен ҡалдырҙы. Шуға күрә, бөтә оҫталыҡты һалып, уҙған йылда башҡарылған эштәргә, ваҡиғаларға йомғаҡ яһап, ижад емештәрегеҙҙе таҡмаҡ юлдарына һалып беҙгә ебәрергә онотмағыҙ.

Яңы йыл мөғжизәһе!

Тағы бер конкурсыбыҙ “Яңы йыл мөғжизәһе!” тип атала. Һәр кем Яңы йылды көткәндә ниндәй ҙә булһа мөғжизәгә ымһына киләһе йылда яңыса, яҡшыраҡ тормошҡа өмөтләнә. Мөғжизә көтә… Мөғжизә ул ысынбарлыҡта бар… Тик беҙ уны күрә белергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, һәр кем, үҙенең “күңел һандығын” асып, төпкә йәшерелгән, онотолоп барған Яңы йыл ваҡиғаларын тәфсирләп байҡап сыҡһын әле. “Бик шәп!” тип тапҡандарын беҙҙең гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашығыҙ.
Бәйгегә эштәр 28 декабргә тиклем Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9 адресына йәки [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. “Яңы йыл бәйгеһенә” тип яҙырға онотмағыҙ. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәребеҙгә лә ебәрергә мөмкин. Шаян һәм йор һүҙле, ижади һәләтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән түҙемһеҙлек менән хаттар көтәбеҙ!
Читайте нас: