Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Декабрь 2020, 14:00

ЙЫЛЫ БҮЛӘК ИТӘЙЕК!

Ҡыш бабай һәм "Ғаилә" хеҙмәте акция иғлан итте!Өлкәндәргә, яңғыҙ йәшәгән, мохтаж булғандарға һәм социаль приютта тәрбиәләнеүсе балаларға ярҙам маҡсатынан ойошторолған был акция сиктәрендә изге йөрәкле һәр кем "Ғаилә" үҙәгенә бәйләнгән яңы ойоҡбаш-бейәләй һ.б. алып килә ала. Бүләгегеҙгә Ҡыш бабайҙан теләктәр ҙә яҙып һалырға онотмағыҙ!Был әйберҙәр барыһы ла үҙәк ҡарамағындағы граждандарға һәм приют балаларына тапшырыласаҡ.Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итегеҙ!Әйберҙәрҙе 28 декабргә тиклем эш көндәрендә сәғәт 9-ҙан 17-гә тиклем (13.00-14.00 - төшкө ял) психолог бүлмәһендә ҡабул итәләр. Белешмә өсөн телефон: 2-10-70.#МинтрудРБ #ЮговосточныйМЦСемья #МинтрудРФ #Минтруд #ДарюТепло #НовыйГод2021 #2021год #ДедМороз#подаркидедамороза

Читайте нас: