Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Декабрь 2020, 17:00

Кемдең шәле иң матуры?

Быйыл республиканың 15 районынан һәм ҡалаһынан 82 автор үҙ эшен ебәргән.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Башҡорт шәле-2020” республика фестиваль-конкурсы быйыл 7 – 11 декабрҙә үткәрелә. Ә шәл бәйләү еңел эш түгел, оҫталыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм сабырлыҡ талап итә.
“Быйыл республиканың 15 районынан һәм ҡалаһынан 82 автор үҙ эшен ебәрҙе. Авторҙарҙың бер өлөшө “Башҡорт мамыҡ шәле”, “Селтәр шәл” кеүек бер нисә номинация буйынса эштәрен ебәргән”, – тип белдерҙе Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова.
Сараның беренсе һәм икенсе көнөндә жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләй. Һуңынан шәл бәйләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре үтә. Конкурс түңәрәк өҫтәл менән тамамлана. Фестиваль-конкурстың һөҙөмтәләре 11 декабрҙә асыҡланасаҡ.
Был сара йәмғиәттең ҡыҙыҡһыныуын милли халыҡ кәсептәренә – башҡорт шәленә йәлеп итеү, халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм башҡа маҡсаттарҙа үткәрелә. Ә был бурыстар – ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарының береһе.
Читайте нас: