Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Декабрь 2020, 16:00

МӘСКӘҮ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ОНЛАЙН ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛГӘ САҠЫРА

«Мегаполиста башҡорт теле: тенденциялар һәм перспективалар» тип аталған түңәрәк өҫтәл 12 декабрҙә ZOOM платформаһында үтәсәк. Сара Башҡорт теле йылына арналған һәм Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үтәсәк.Осрашыуҙа дәүләт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шәфиҡова, БР мәғәриф министры Айбулат Хажин, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Андрей Федоров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Юғары экономика мәктәбе (НИУ ВШЭ) доценты, филология фәндәре кандидаты Борис Орехов,✔ "Страна языков" проектына нигеҙ һалыусы, тел белгесе Василий Харитонов,✔ тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов,✔ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе Ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова,✔ Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.ZOOM-осрашыу Мәскәү ваҡыты менән СӘҒӘТ 10-да БАШЛАНА.Сығыштарҙы тыңлау өсөн ошо һылтанма аша теркәлегеҙ: https://kurultay-msk.timepad.ru/event/1504030/

Читайте нас: