Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтереп һайланды. Әлеге байрамдың һәм быйылғы Башҡорт теле йылының инициаторы булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Быйыл да был көндә башҡорт телен һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән онлайн һәм офлайн форматындағы саралар үтәсәк, йылға йомғаҡ яһаласаҡ, иғлан ителгән конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнәсәк.
14 декабрҙә Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың билдәле шәхестәре ҡатнашлығында “Шиғри сылбыр” тип аталған интернет-флешмоб уҙғара.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған еңеүсе проекттарҙың күргәҙмәһен ойошторасаҡ.
Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бихисап саралар үтәсәк. Шул иҫәптән арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыу, бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы асыҡ дәрестәр ойоштороласаҡ.
Республиканың мәҙәниәт учреждениеларындағы саралар башлыса онлайн алымда уҙасаҡ. Ә офлайн-сараларға музейҙар саҡыра: Башҡортостандың Милли музейы этнография залдары буйлап “Минең тыуған төйәгем, минең тыуған телем” тигән квест тәҡдим итә. Һорауҙар башҡорт телендә буласаҡ. Республика Хәрби Дан музейы “Ҡәләм һәм штык менән” тигән сара үткәрә. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары “Сәләм, дуҫ” тип аталған кисә ойоштора. Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙың тулы программаһы менән Мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға мөмкин.
Байрамға республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡушыласаҡ. Мәҫәлән, Пермь крайының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге был көндө “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” тип аталған мәҙәни-мәғлүмәти акция ойоштора. Улар “Пермь ерендә тыуған билдәле Рәсәй шәхестәре – ғәйнә башҡорттары” тип аталған күргәҙмә әҙерләгән. Шулай уҡ бында башҡорт теленең ғәйнә диалектында нәшер ителгән балалар журналының исем туйы, урындағы башҡорт коллективтарының концерты уҙасаҡ. Ырымбурҙа Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе яҙыусыларының осрашыуы үтәсәк.
Байрам көнө сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы ҙур концерт һәм Башҡорт теле йылына арналған сараларҙың еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы менән тамамлана. Онлайн форматта “Тамға” башҡорт милли костюмы оҫталарының халыҡ-ара конкурсына, журналистар араһында, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә иғлан ителгән бәйгеләргә лә йомғаҡ яһаласаҡ.
Башҡорт теле көнөнә арналған саралар бер нисә көн алдан уҡ башланғайны. Мәҫәлән, 10 декабрҙә баш ҡаланың 102-се гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадына һәм Башҡорт теле көнөнә арналған “Бикбай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
12 декабрҙә Өфөнөң “Арт-Квадрат” үҙәгендә “Башҡорт теле: Яңы ҡараш-2” ҡушымтаһының исем туйы үтә, “Vibeргә” тигән интернет-конкурсына йомғаҡ яһала. Был бәйге ике йүнәлештә – “Башҡорт телендә иң яҡшы интернет-открытка” һәм “Башҡорт телендә иң яҡшы вайн” ижад итеү буйынса иғлан ителгәйне. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһынан “Иң яҡшы башҡорт блогеры” билдәләнәсәк.
Белеүебеҙсә, ноябрҙә урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары араһында башҡорт теленән олимпиада үткәйне. Шулай уҡ әлеге ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә “Эшлекле башҡорт теле” курсы буйынса үҙеңдең тел белеү кимәлеңде һынап ҡарарға мөмкин.