Тауҙар көнө 2003 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары менән булдырылған. Әммә шундай датаның кәрәкле булыуы 1992 йылда уҡ билдәләнгән.
Тау, тигәндә, әлбиттә, беҙҙең күҙ алдына Урал тауыбыҙ баҫа. Унан һуң һәр беребеҙҙең тыуған яғындағы тауҙар. Бейек булһа ла, тәпәшәгерәк булһа ла, улар – беҙҙең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле түбәләр.
Тауҙар – ул әле ғәҙәти ҡалҡыулыҡ ҡына түгел, ә күп уникаль үҫемлек, хайуан-кейек төрҙәре, инеш-шишмәләр башы. Шул иҫәптә - беҙҙең шихандар ҙа. Быйыл йәй Ҡуштауҙы һаҡлауға күтәрелгән халыҡтың күплеген алып ҡарағанда ла, кеше үҙ тәбиғәтен һаҡларға, яҡларға һәләтле әле.
Тауҙар тураһында Ҡөрьәндә лә яҙылған.
Һаҡлайыҡ тәбиғәтебеҙҙе, тауҙарыбыҙҙы!