Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Декабрь 2020, 11:00

12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө

Хоҡуҡтар һәм азатлыҡ гарантыХөрмәтле ейәнсуралар! 12 декабрь – дәүләтебеҙ тарихында иҫтәлекле дата. Был көндә 1993 йылда илебеҙҙең төп Законы – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителде.Илдә, йәки хатта беҙҙең бер муниципаль берәмек сиктәрендә башҡарылған бөтә эштәр Конституция – дәүләттең иң юғары юридик көскә эйә булған төп Законы нигеҙендә эшләнә. Закон алдында тигеҙлек, фекер һәм һүҙ, намыҫ һәм дин тотоу азатлығы, социаль яҡлауға, белем алыуға, медицина ярҙамына хоҡуҡ беҙҙең демократик ҡиммәттәр булып тора.Беҙ барыбыҙ ҙа районыбыҙҙы, республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе тыныс, сәскә атыусы, үҫешкән һәм уңышлы итеп күрергә теләйбеҙ. Бының өсөн Конституция гарантиялаған хоҡуҡтар һәм азатлыҡ тураһында ғына түгел, ә илдең һәр гражданының бурыстары хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Тик дөйөм тырышлыҡ менән генә беҙ иҡтисадты нығытыу һәм үҫтереү, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу һәм йәмғиәттә тотороҡлолоҡ һаҡлау буйынса бурыстарҙы атҡарып сыға алабыҙ.Бөтәгеҙҙе лә дәүләт байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ышаныслы киләсәк, һаулыҡ, бәхет, уңыштар һәм именлек теләйем!Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Хоҡуҡтар һәм азатлыҡ гаранты
Хөрмәтле ейәнсуралар! 12 декабрь – дәүләтебеҙ тарихында иҫтәлекле дата. Был көндә 1993 йылда илебеҙҙең төп Законы – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителде.
Илдә, йәки хатта беҙҙең бер муниципаль берәмек сиктәрендә башҡарылған бөтә эштәр Конституция – дәүләттең иң юғары юридик көскә эйә булған төп Законы нигеҙендә эшләнә. Закон алдында тигеҙлек, фекер һәм һүҙ, намыҫ һәм дин тотоу азатлығы, социаль яҡлауға, белем алыуға, медицина ярҙамына хоҡуҡ беҙҙең демократик ҡиммәттәр булып тора.
Беҙ барыбыҙ ҙа районыбыҙҙы, республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе тыныс, сәскә атыусы, үҫешкән һәм уңышлы итеп күрергә теләйбеҙ. Бының өсөн Конституция гарантиялаған хоҡуҡтар һәм азатлыҡ тураһында ғына түгел, ә илдең һәр гражданының бурыстары хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Тик дөйөм тырышлыҡ менән генә беҙ иҡтисадты нығытыу һәм үҫтереү, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу һәм йәмғиәттә тотороҡлолоҡ һаҡлау буйынса бурыстарҙы атҡарып сыға алабыҙ.
Бөтәгеҙҙе лә дәүләт байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ышаныслы киләсәк, һаулыҡ, бәхет, уңыштар һәм именлек теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: