"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Декабрь 2020, 19:30

#Һөнәрлеләр_беҙҙең_арала

Таҙлар ауылының бер магазинында йөҙө килеп, матур булып бешкән, семәрле биҙәктәре икенсе төрлө булыуы менән үҙенә тартып торған асыҡ һәм ябыҡ ләүештәр иғтибарҙы йәлеп итте. “Райпо хәҙер шулай бешерә башлаған икән”, – тип уйлаһам да һатыусынан һорай ҡуйҙым. Баҡһаң, уларҙы ошо ауыл кешеһе Сәлимә Хәмзина бешерә икән.

Ләүеш-бәлештәр, ҡаластар бешереү оҫталары борон-борондан оло хөрмәт ҡаҙанған. Ауыл кешеләре ундай ҡамыр ризыҡтарын былай көндәрҙә үҙе бешерһә лә, оло ҡунаҡ йыйғанда “байрам аштары”н бешереүҙе оҫта кешегә ҡалдыра тоғайны. Хәҙерге тормош рәүеше һәм көсөргәнешле хеҙмәт был шөғөлгә ваҡыт ҡалдырмаған бөгөнгө заманда ләүеш бешереүсе оҫталарға һорау тағы артыуы күҙәтелә. Улар заказ буйынса ла бешерәләр, магазинға ла ҡуялар.
  • Шунһыҙ булмай, – ти Сәлимә. – Балаларға ла ярҙам итке килә, эшһеҙ ҙә торғо килмәй.
  • Әйтеүенсә, ул ләүеш эслектәренә үҙебеҙҙең ялан-ҡырҙарҙа йә баҡсаһында үҫкән еләк-емештәрҙе ҡуллана икән.
    Ҡалғаны иһә оҫтаның маһирлығына бәйле. Белеүебеҙсә, икмәк, ҡамыр ризығы кешенең ҡулдарын ғына түгел, хатта кәйефен дә яҡшы "тоя", үҙе тураһында хәстәрлек ярата. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмағанда, ул уңмай.
    Кәйефтәр һәр саҡ шәп булһын, балаларың, ейәндәрең ҡыуандырып торһон, ҡамыр ризыҡтарың һәр саҡ уңһын,Сәлимә!
    Читайте нас: