Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Журналистар союзының XXII съезы үтте. Сарала 110 делегат ҡатнашты. Коронавирус пандемияһына бәйле сара онлайн рәүештә ойошторолдо.
Съезда ойошманың яңы рәйесе һайланды. Был яуаплы вазифаға “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовты тәҡдим иттеләр һәм съезда ҡатнашҡан делегаттарҙың 95 проценты уның өсөн тауыш бирҙе.
Быға тиклем Башҡортостан Журналистар союзына ун йыл дауамында Артур Дәүләтбәков идара итте. Съезда Артур Хәсән улы 2016 – 2020 йылдарға отчет менән сығыш яһаны. Ул Башҡортостан Журналистар союзы ойошторған төп ваҡиғалар араһынан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Алтын ҡурай” халыҡ-ара конкурсын, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев ҡатнашлығында уҙған “Инфорум”, “Журфест” журналистар фестивален, “Матбуғат балы”, Президент гранттарында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләү, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына материалдарҙы ойоштороу һәм конкурсты үткәреүҙә ҡатнашыу, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү кеүек сараларҙы билдәләне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл журналистар рәте лә һирәгәйҙе. Съезда арабыҙҙын ваҡытһыҙ киткән Самат Ғәлинде, Галина Заводникованы, Илдар Насретдиновты, Сергей Спатарҙы, Наил Рәжәповты, йәмғеһе 15-кә яҡын хеҙмәттәшебеҙҙе, ветераныбыҙҙы тын ҡалып иҫкә алдыҡ.
Съезд эшендә Рәсәй Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий ҡатнашты. Мәскәү ҡунағы сарала ҡатнашҡандарҙы сәләмләп, “Ойошманың төп бурысы – журналистарҙы яҡлау” тип белдерҙе. Шулай уҡ бер нисә журналисҡа - Рәсәй Журналистар союзының Почет грамотаһын, ә Артур Дәүләтбәковҡа, эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдереп, “Хеҙмәттәре өсөн” Рәсәй маҡтаулы билдәһен тапшырҙы.
Әлбиттә, журналистар съезда үҙҙәрен, тармаҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе. “Краснокамские зори” гәзитенең баш мөхәррире Ирина Вәлиева һуңғы йылдарҙа журналист һөнәренең абруйы төшөүе, ҡәләм оҫталарының түбән хеҙмәт хаҡына эшләүе тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, район гәзиттәрендә уртаса хеҙмәт хаҡы 17 мең һум тәшкил итә. Бөгөн журналистар матди ярҙам алыу, шифахана-курорттарҙа сәләмәтлеген нығытыу кеүек мөмкинлеккә эйә түгел. Ишембай телевидениеһы директоры Сибәғәт Рахманғолов журналистарҙың үҙҙәренең профсоюз ойошмаһы булмауына ҡағылышлы мәсьәләне күтәрҙе.
Башҡортостан Журналистар союзы – республикала һәм Рәсәйҙә төбәк бүлексәләре араһында иң ҙур ижади ойошмаларҙың береһе. Уның 1600-ҙән ашыу ағзаһы бар, республикала ете район-ара ижади берләшмә эшләй.
Сара аҙағында Башҡортостан Журналистар союзының яңы һайланған рәйесе Вәдүт Исхаҡов сығыш яһап, ойошманың алдында торған мөһим мәсьәләләр һәм бурыстар тураһында һөйләп үтте. Улар араһында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, журналистарҙың хеҙмәт хаҡын республикалағы уртаса хеҙмәт хаҡы кимәленә еткереү, оҙаҡ йылдар эшләгән өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙе ҡайтарыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе атап китте.
Оҙаҡ йылдар журналистика өлкәһендә эшләгән, әле республиканың төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире булған Вәдүт Ғәйфулла улы иңенә һалынған яңы вазифаны ла лайыҡлы атҡарыр тип ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
("Башҡортостан" гәзите сайтынан)