Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьерҙары Азат Баҙранов, Ленара Иванова, Дәүләт Йыйылышы депутаты Зариф Байғусҡаров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡотланы. Ҡайһы бер билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре – яҙыусы, ғалим Рәшит Шәкүрҙең, элекке мәғариф министры Ғәлиә Мөхәмәтйәнованың, ғалим Мирас Иҙелбаевтың ҡотлауҙары ҙур экрандан яңғыраны.
«Быйыл тәүге тапҡыр район һәм төбәк ҡоролтайҙарының рейтингын төҙөнөк. Уларҙың башҡарған эштәрен йыл башында иғлан ителгән ай хэштегтары буйынса баһаланыҡ. Хәҙер быны йыл һайын уҙғарырбыҙ тип уйлайым. Хакимиәттәр менән берлектә баһалап, иң әүҙем өс районды, өс ҡаланы, шулай уҡ иң белемле өс ауылды, өс ҡаланы билдәләнек. Йыл да ике дәүләт телен ҡулланыуҙағы хаталар өсөн премиялар һәм антипремиялар тапшырырға хәл иттек», — тине «Башинформ»ға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Билдәлелек яулаған йәш артистар «E7E-media» студияһында төшөрөлгән яңы йырҙарын һәм клиптарын күрһәтте. Тамашасылар алдында «Арғымаҡ» төркөмө, Зилиә Бәхтиева һәм DJ Дан, Алтынай Вәлитов, Заһир Зәйнетдин, Миләүшә Хәйбуллина сығыш яһаны. Программаны «Тамыр» студияһының йәш ҡатнашыусылары, «Йәшлек-шоу» Бөтә Рәсәй конкурсы финалсылары, «Һылыуҡай — Bashkirian Beauty» студияһының сибәр ҡыҙҙары биҙәне.
Мәғариф министрлығы иң яҡшы 10 дөйөм белем биреү мәктәбе директорҙарын бүләкләне. Мәҙәниәт министрлығы «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәрен тантаналы рәүештә ҡотланы. Шулай уҡ Башҡорт теле йылын әүҙем яҡтыртҡан журналистар, шул иҫәптән «Башинформ» агентлығы журналисы Ләйлә Аралбаева дипломдар менән билдәләнде.
Сара Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтелде. Телевизор ҡараусылар ҙа һирәк ҡулланылған башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәһенә яуап табып, программала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды.