Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2020, 19:00

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.#Башҡортостан#РадийХәбиров#коронавирус

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2020 йылдың 15 декабренән 2021 йылдың 18 ғинуарына тиклемге осор өсөн айырым пункттар билдәләнде. Атап әйткәндә, ошо ваҡытта Яңы йыл байрамына арналған мәҙәни, спорт, күңел асыу сараларын, йәрминкәләрҙе асыҡ һауала уҙғарырға мөмкин, уларҙа ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Республика Башлығының Яңы йыл шыршыһы һәм Аксаков шыршыһы үткәрелмәйәсәк, ләкин унда ҡатнашырға тейеш булған балалар бүләк аласаҡ.
Балалар баҡсаларында Яңы йыл иртәлектәре ата-әсәләр ҡатнашлығынан башҡа, төркөмдәрҙә генә үтәсәк.
Был осорҙа ҡала һәм район мәҙәниәт йорттары, күп функциялы ауыл клубтары, шулай уҡ район үҙәктәрендә урынлашҡан клубтар эшләйәсәк. Башҡа ерҙәрҙәге клубтарҙың эшләү мөмкинлеге хаҡындағы ҡарарҙы, санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап, район хакимиәте ҡабул итә.
Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары (ресторандар, барҙар, кафелар, фуд-корттар һ.б.) 2020 йылдың 31 декабренән 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй ала. Башҡа көндәрҙә – иртәнге алтынан төнгө 2.00 сәғәткә тиклем (юл буйы сервисынан һәм ризыҡты килтереп биреү хеҙмәтенән тыш).
Шул уҡ ваҡытта был ойошмаларҙа бейеү майҙансыҡтары булырға тейеш түгел, кальян тартырға ярамай. Залда бер үк ваҡытта 50-нән ашыу кеше булыуы тыйыла, социаль дистанцияны күҙәтеү мотлаҡ. Башлыса ҡулаҡсаһыҙ иҫәпкә өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә.
Төнгө клубтар (дискотекалар) эшен тыйыу һаҡлана.
Властың дәүләт һәм муниципаль органдарында, шулай уҡ улар ҡарамағындағы ойошмаларҙа корпоративтар үткәреү рөхсәт ителмәй.
Республика ҡала һәм райондары хакимиәттәре үҙ биләмәләрендә Яңы йыл шыршыларының, боҙ ҡаласыҡтарының, боҙ майҙансыҡтарының һанын арттырыу сараһын күрергә тейеш.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
#Башҡортостан#РадийХәбиров#коронавирус
Читайте нас в