Ҡып-ҡыҙыл ғына күлдәкте
Ҡайҙан ала … ?
Күлдәге матур булғас ни,
Уға хатта ер аҫтында
Һис күңелһеҙ түгелдер.
Ҡыяҡтары йәм-йәшел дә,
Һап-һары уның башы.
Ашнаҡсыны илатһа ла,
Их, тәмләй ул һәр ашты.
Ағас үгеҙ, өс мөгөҙ.
Аҡ мунсаҡ төшөп ҡалды —
Ай күрҙе, ҡояш алды.
Башы – тараҡ, Ҡойроғо – ураҡ.
Биш егеткә бер ҡолаҡсын.
Биш бүлмәгә бер ишек.
Йөк һалһаң – йөрөй,
Йөгөн алһаң – туҡтай.
Юлға сыҡтым,
Ике юл сатына еттем,
Бер юлы икеһе буйлап киттем.
Бер-береһенән уҙышып
Үҫәләр гел бер өйҙә.
Өйҙәрен төп тип атайым,
Сығалар өйҙән көҙгә.