Нисек байрам кәйефе булдырырға? Беҙҙең түбәндәге кәңәштәрҙең бер нисәһен генә үтәһәгеҙ ҙә ярҙам итер. Тикшереп ҡарағыҙ әле.
1. Сит ауыл-ҡалаларҙа йәшәгән дуҫтарығыҙға һәм туғандарығыҙға открыткалар ебәрегеҙ.
2. “Кире иҫәп” алып барығыҙ, йәғни календарҙа көндәрҙе һыҙып барығыҙ.
3. Смартфон-планшеттың, компьютерҙың “эш өҫтәленә” Яңы йыл темалы обои ҡуйығыҙ.
4. Өйөгөҙҙә шыршы, һис юғы биҙәлгән ботаҡтар урынлаштырығыҙ. Ылыҫ еҫе кәйефтәрҙе күтәрер.
5. Парктар, урамдар, ойошмалар кем өсөн биҙәлә? Кис ваҡыт табып, мотлаҡ урамдар буйлап йүйәүләп йөрөп ҡайтығыҙ.
6. Яҡындарығыҙға бүләктәр алығыҙ. Был процесс үҙе үк кәйефте күтәрһә, Яңы йыл ташламалары шулай уҡ һөйөндөрөр.
7. Донъялағы иң яҡын һәм иң яратҡан кешене, эйе-эйе, үҙегеҙҙе лә онотмағыҙ! Һеҙ ҙә күңелегеҙгә ятҡан бүләккә лайыҡ!
8. Түшәктәрегеҙҙе лә Яңы йыл тематикалыһына алмаштырығыҙ.
9. Балалар менән бергә ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре, битлектәр эшләгеҙ.
10. Ҡыш бабайға хат яҙығыҙ. Балалыҡтан күптән сыҡҡан булһағыҙ ни булған?! Ҡыш бабай һәм уның почтаһы ла барлығын беләһегеҙ бит. Адресын белмәйһегеҙме? Рәхим итегеҙ: 162390, Рәсәй, Великий Устюг, Ҡыш бабайға. Тик хатығыҙҙы конвертҡа һалғас, марка йәбештереп. Йәшниккә төшөшөрөргә онотмағыҙ.
11. Яңы йыл фотосессияһы байрам кәйефе биреп кенә ҡалмаҫ, матур иҫтәлек тә булыр.
12. Музыка, әлбиттә, музыка! Яңы йыл йырҙарын тыңлау ғына түгел, уларҙы көйләп йөрөү ҙә “мөғжизә тыуҙырыр”.
13. Ярты ғүмеребеҙ – өйҙә, ә икенсе яртыһы эштә үтә. Шуға ла эш урынында ла байрам кәйефе тыуҙырырға онотмағыҙ!
14. Йыл да ҡарап, ятлап бөтөүгә ҡарамаҫтан, Яңы йыл, Раштыуа фильмдарын ҡарағыҙ.
15. Үҙегеҙгә иғтибарҙы йәлләмәгеҙ – бөҙрәханаға, матурлыҡ салонына барығыҙ.