“Увертюра» салаты
“Увертюра” өсөн 200-әр грамм бешерелгән тауыҡтың түш ите, кишер, шампиньон бәшмәге, ҡара емеш, ыуылған сыр, майонез, ҡаймаҡ, 100-әр грамм һуған, грек сәтләүеге, 40 мл үҫемлек майы, 20 гр аҡ май, самалап тоҙ һәм борос кәрәгәсәк.
Ике майҙы ҡушып, бәшмәк менән һуғанды ҡыҙҙырабыҙҙа, һыуытырға һәм артыҡ майын һарҡытырға иләккә һалып торабыҙ. Кишерҙе, итте һәм ҡара емеште бер самалағы шаҡмаҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Сәтләүекте онтайбыҙ. Майонезға ҡаймаҡты, тоҙ һәм боросто ҡушып, соус әҙерләйбеҙ. Артабан тәрилкәгә ошо последователноста: бәшмәкте, итте, емеште, кишерҙе һәм сырҙы теҙәбеҙ. Һәр ҡат араһына мул ғына итеп соус һөртәбеҙ. Әҙер салаттың өҫтөн сәтләүек менән биҙәйбеҙ ҙә, бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан йәшел тәмләткестәр һибергә лә була.