күреүсе бар...
Кисә, 19 декабрҙә, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты шахтаһында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Ер аҫты баҡыр руднигында эшселәрҙең өҫтөнә ер ишелеп төшкән. Һөҙөмтәлә бер ирҙең уң аяғы һынған, танауы һәм күҙ ҡабағы ҡырҡылған.
Зыян күреүсе дауаханаға, реанимация бүлегенә оҙатылған. Уның – хәле уртаса ауырлыҡта. Ирҙең ғүмеренә хәүеф янамай. Тикшереү башланған, ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлаясаҡтар.