Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2020, 17:00

"Хәбәрең ысын булһа, үҙеңә сиратһыҙ фатир бирәм!"

Яңы йыл алдынан ысын булған мөғжизәле хәл. Ышанмайым, әкиәт был, тимәгеҙ...

Был мөғжизәгә тартым ваҡиға Яңы йыл алдынан күрше өлкәнең бәләкәйерәк ҡалаһында байтаҡ йылдар элек, машиналар әҙ булып, йомош-юлға трактор йә ат менән йөрөгән, фатирҙы бушҡа сират буйынса алған замандарҙа булған. Хәҙер был хәлде һөйләһәң дә, ысынбарлыҡта шулай булғанына ышаныусылар һирәк табылыр.


...Атай-әсәйһеҙ тороп ҡалған Сания исемле ҡыҙ бәләкәй ҡалалағы заводҡа эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, шунда берәүгә кейәүгә сыға. Йәш ғаилә фатирға сиратта тора, тик уның осо-ҡырыйы күренмәгәндәй, ятаҡта ла урын табылмай, шунлыҡтан ваҡытлыса туғандарының бер бүлмәһендә өйҙәш булып йәшәп торорға һөйләшәләр. Өс балаһы ҙурайып ҡырға китеп бөткән ирле-ҡатынлы йыш ҡына бергәләп эсеп алырға ярата, шунан инде ыҙғыш сығыуға ла күп ҡалмай. Бындай йәшәү рәүеше йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Санияның иренең дә эшенән һуңлап, эсештереп ҡайтҡан ваҡыттары йышая. Йәш ҡатын ошо ике ут араһында оҙаҡ ҡына сыҙап йәшәй. Әйберен төйнәп, ауылға ата-әсәһенән ҡалған бәләкәй генә иҫке өйҙәренә ҡайтып китергә тип тә йыйынып бөтә, тик һаман ҡалала уны нимәлер тотоп торғандай була.
Бындай хәлдә күпме йәшәргә - билдәһеҙлек. Йәш ғаилә айырылышыу сигенә етә, иренең инде ҡайтмаған саҡтары күберәк була башлай. Талаш-тартышҡа сәбәп арттырып, игеҙәк балалары тыуа: ҡыҙ һәм малай. "Ике бала менән беҙҙә йәшәмәйһегеҙ!" тип туған тейешле апаһы көн дә тиерлек иҫтәренә төшөрөп торһа ла, ныҡлап ҡыумағас, һаман шул шарттарҙа көн күреүен белә дүрт кешенән торған йәш ғаилә. Һәр яҡлап аңлауға, яҡлауға, ярҙамға мохтаж Сания, ятһа-торһа ла, үҙ мөйөшө тураһында хыяллана, эх, берәй тоҡ аҡса табып, шуға фатир һатып алып, айырым йәшәп китһәк ине, тип йоҡлап китә, шул уйы менән килеп тора. Тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялына йылынып, көндәлек ығы-зығы, күңел төшөрөрлөк ваҡиғаларға иғтибар итмәҫкә, киләсәген гел матур итеп күҙ алдына баҫтырырға тырыша. Шулай оҙон-оҙаҡ тойолған бер йыл ваҡыт үтә, бәләкәстәренә берәр йәш тулғас, уларҙы яслегә урынлаштырып, элекке урынына - заводҡа эшкә сыға.


...Бер көн, был хәл Яңы йылға бер нисә көн алдан була, таң менән балаларын баҡсаға алып барып, үҙе тура һалынған һуҡмаҡтан эшенә йүгерә. Туралыҡҡа тура, тик юлдың күпмелер өлөшөн урман аша үтергә кәрәк, шомлораҡ урын. Ҡулындағы фонарын йә бер, йә икенсе ергә йүнәлтеп, шәп-шәп атлап китеп барған ҡатындың күҙенә арҡыры үткән юлдан алыҫ түгел, ҡыуаҡ араһында ятҡан ҙур ғына ҡара нәмә салына. Эт тиһәң - ҡыбырлар ине, берәй эскән кеше ятамы әллә, тип һағайып ҡына яҡыныраҡ килеп, аяғы менән төртөп ҡарарға батырсылыҡ итә ҡатын. Был эсенә нимәлер тултырылған тоҡ булып сыға. Ҡыҙыҡһынып, ныҡ бәйләнгән ауыҙын сисеп, фонары менән яҡтыртып ҡарай. Ә унда... айырым йомарламдарҙан торған ҙур-ҙур ҡағыҙ аҡсалар! Тирләп-бешеп сыға ҡатын, бер секунд эсендә башына мең төрлө уй инә. Нимә эшләтергә, кемгә тапшырырға быны, тип баш вата. Әҙерәк уйлағандан һуң тоҡто өйөнә алып ҡайтып йәшереп торорға ҡарар ҡыла. Ҡараңғыла, бәхетенә, берәү ҙә осрамай, өйҙәгеләр ҙә күрмәй ҡала.
Шулайтып йөрөп, эшкә һуңлаңҡырап килеп инһә, унда ығы-зығы ҡупҡан: урта йәштәрҙәге бухгалтер ҡатын илай, директор уны төкөрөктәрен сәсеп әрләй. Тәүҙә бер нәмә аңламаған ҡатын, туҡтап, быларҙың һөйләшкәненә ҡолаҡ һалып тора, шунан "нимә булған?" тип һорарға батырсылыҡ итә. Үҙе ваҡиғаға төшөнә лә башлай шикелле. "Беҙгә эш хаҡына тигән бер тоҡ аҡсаны юғалтҡан..." тип бышылдай яҡында торған берәү. Тамам башына барып етеп, Сания директорҙың артынан эйәреп бүлмәһенә инә. "Мин юҡ бында!" тип ажғыра уныһы, ҡатынға ҡарамаҫтан. "Мин ул аҡсаны таптым шикелле..." Асыу, әрнеү, ҡурҡыу тойғолары бергә ҡушылып, күҙҙәре мәғәнәһеҙ ялтыраған оло йәштәрҙәге ир, аңшайып текләп торғандан һуң, "Нисек? Ҡайҙа?" тип үҙенә хас булмаған етеҙлек менән ырғып килеп тора. Сания таңғы ваҡиғаны йәшермәйенсә һөйләп бирә. Аҡылдан яҙыр хәлгә еткән хужа ҡатынды күтәреп өйөрөлтә лә: "Хәбәрең ысын булһа, мин һиңә сиратһыҙ фатир бирәм!" - тип әйтеп ташлай.


Ә хәл былай булған: хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын алған бухгалтер артһыҙ санаға ултырып ҡайтып барғанда ойоп киткән һәм тоғоноң шыуып төшөп ҡалғанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Уның юҡлығын күргәс, үҙе үткән юл буйҙарын ире менән тетеп сыҡҡандар, тик тоҡто тапмағандар...
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Директор һүҙендә тора. Йәш ғаиләгә яңы йылдан һуң ике бүлмәле фатир асҡысы биреп ҡыуандыра. Шул мәлдән алып ысынлап теләһәң, хыялдарҙың ысынбарлыҡҡа ашыуын, тормошта мөғжизәгә һәр саҡ урын барлығын белеп йәшәй Сания һәм был турала балаларына ла ҡабат-ҡабат һөйләр була. Йәштәрҙең тормошо ла ыңғайлап китә, иренең дә күңеле күтәрелә, улар тағы ике балаға ғүмер биреп, оҙаҡ ҡына бергә йәшәйҙәр. Сания балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә 95 йәшкә тиклем матур ғүмер кисереп, яҙмышынан риза булып, баҡыйлыҡҡа күсә. Күптән булған ошо ваҡиға тураһында хәҙер инде мәрхүмәнең ҡыҙының ҡыҙы үҙенең ҡыҙына әкиәт итеп кенә һөйләй...
Читайте нас в